-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Май 2023, 17:00

Белмәү ғәйеп түгел..

- Ҡайнатма шәкәрләнмәһен өсөн лимон һуты йәки лимон кислотаһы өҫтәлә.- Әгәр ҙә ул шәкәрләнеп өлгөргән булһа, кәстрүлгә аҙ ғына һыу өҫтәп, болғата-болғата 5–8 минут тирәһе ҡайнатып алығыҙ.

Белмәү ғәйеп түгел..
Белмәү ғәйеп түгел..
- Лимонды киҫер алдынан уны ҡайнар һыуҙа тотоғоҙ — хуш еҫе нығыраҡ таралыр.
- Цитрус емешенең ҡабығын ташламағыҙ. Уларҙа витамин һәм эфир майы ифрат күп, шуға күрә мандарин, әфлисун, лимон ҡабығын компот, ҡайнатма, кеҫәл һәм желеға һалһағыҙ, оторһоғоҙ.
- Тураҡланған алма киҫәктәрен киптергәндә ҡараймаһын өсөн бер нисә секундҡа тоҙло һыуға һалып алығыҙ.
- Сәй һауытына аҙ ғына лимон йәки әфлисун ҡабығын һалһағыҙ, сәйегеҙ хуш еҫлерәк булыр.
 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: