+10 °С
Болотло
Йәшелсә сәләмәт һәм көслө булып үҫһен, мул уңыш менән һөйөндөрһөн өсөн, бор кислотаһы менән эшкәртергә кәрәк. Нәҡ бына уның иретмәһе култураны яҡшырта һәм уңышты һиҙелерлек арттыра ала.
Ҡыяр сәскә ата башлағас, иретмәне беренсе тапҡыр һиптерергә кәрәк. Уның өсөн 1-2 сәй ҡалағы бор кислотаһын бәләкәй күләмле һауытта ҡайнар һыуға иретергә, һуңынан 10 литр һыуға ҡоябыҙ ҙа үҫентене эшкәртәбеҙ. Процедура ҡояш байығас үткәрелергә тейеш. Ҡыяр күпләп сәскә атҡас йәнә ҡабатларға кәрәк. Өсөнсө тапҡыр тәүге ҡыярҙар күренгәс эшләнә.
Фото: pixabay.com