+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Май 2023, 16:00

Хәҙистәр

Фетнәләрҙән ары булған һәм ҡайғы-хәсрәткә сабыр итеүсе – иң бәхетле кеше.* * *Күркәм холоҡло мөьминдәр уяу тороусылар һәм ураҙа тотоусылар дәрәжәһендә булыр.* * *

Хәҙистәр
Хәҙистәр

Минең ҡаршымда иң бәхетле әҙәм — намаҙҙарынан ҡәнәғәт, йәшерен итәғәт менән Раббыһы алдында ғибәҙәтен күркәм итеүсе, башҡаларҙан айырылып тормаған, бармаҡ төртөп күрһәтелмәгән, ризығы етерлек һәм сабыр, үлеме тиҙ, илап ҡалыусылары һәм мираѕы аҙ булған мөьмин кеше.
* * *
Теш таҙартыу, ағыуҙарҙан ҡала, бөтөн ауырыуҙарға шифа, ағыу — үлем.
* * *
Етеш тормошта тыуып, төрлө аҙыҡ ашап, кейем кейеп һәм төрлө атҡа атланып үѕһәләр ҙә, һүҙҙәрендә маҡтаныу ғына ишетелгән ғибрәт кешеләр, минең өммәтемдән булһа ла – иң яманы.
* * *
Буйҙаҡ (өйләнмәй йөрөүсе) — һеҙҙең арала ямандарҙың-яманы.
* * *
Тәндәре зәғиф, ә күңелдәре йәштәрсә ҡарттар ике нәмәгә мөхәббәт итер: оҙон ғүмер һәм мал яратыу.
* * *
И Аллаһтың бәндәләре! Аллаһы Тәғәлә бер генә ауырыуҙы ла дарыуынан башҡа донъяға сығарманы, бары бер ауырыуға – ҡартлыҡҡа ғына дауа юҡ.
* * *
Атаһының үҙ улына биргән бүләге – күркәм әҙәп.
* * *
Ниғмәткә рәхмәтегеҙҙе тирә-йүнгә белгертегеҙ.
* * *
Кем һүҙен сәләм биреүҙән башлай, шул Аллаһы Тәғәләгә һәм уның Рәсүленә иң яҡын кеше.
* * *
Кем һуҡырҙы ҡырҡ аҙым ер етәкләп илтә, шуға Йәннәт уажиб (тейеш).
* * *
Нисек кенә булмаһын, һаранлыҡ тигән ауырыу — иң ауыр сир.
* * *
Берәү доғалары ҡабул булыуын һәм ҡайғылары таралыуын теләһә, ауырлыҡта йәшәүсенең хәлен еңеләйтһен.

Фото: ru.pinterest.com

Автор:
Читайте нас: