+15 °С
Болотло
*Цитрустар һәм помидор һыуытҡыста һаҡланмай, сөнки түбән температура был аҙыҡтарҙың тәмен, еҫен боҙа.
*Буш герметик контейнерҙар насар еҫте һеңдермәһен өсөн эсенә саҡ ҡына тоҙ һалып һаҡлағыҙ.
*Соус көйөп китһә, уны таҙа кәстрүлгә бушатығыҙ ҙа, эшегеҙҙе дауам итегеҙ, соусҡа шәкәр ҡушырға ла мөмкин. Тик самаһын арттырып ебәрмәгеҙ.
*Дөгө ярмаһы көйгәндә уның өҫтөнә 5 – 10 минутҡа аҡ икмәк киҫәге һалып торалар.
*Чили кеүек әсе боросто ҡырҡҡанда ҡулығыҙға үҫемлек майы һөртһәгеҙ, уның әсе тәме бармаҡтарға һеңмәҫ.
*Попкорн әҙерләргә йыйынһағыҙ, орлоҡтарҙы 10 минутҡа һыуға һалып тороғоҙ. Улар тиҙерәк әҙер буласаҡ, асылмай ҡалғандары ла һирәгерәк осраясаҡ.