+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Май 2023, 15:00

Һеҙ ниндәй ир-егет?

(Тест) 1. Көн дә кис өйгә ҡайтаһығыҙмы?Эйе – 2, ҡайһы берҙә – 5, юҡ – 10.2. Тормошоғоҙҙо үҙгәртеп, бөтәһен дә яңынан башларға теләйһегеҙме?Эйе – 10, ҡайһы саҡта – 5, юҡ – 2.

Һеҙ ниндәй ир-егет?
Һеҙ ниндәй ир-егет?

3. Һөйгәнегеҙҙең яратҡан сәскәһен һәм тыуған көнөн иҫләйһегеҙме?
Эйе – 4, онотам – 9, юҡ – 10.
4. Ҡатынығыҙ (һөйгән ҡыҙығыҙ) зауыҡ менән кейенә белмәй тип иҫәпләйһегеҙме?
Эйе – 8, ҡайһы берҙә – 2, юҡ – 4.
5. Ғаилә ағзаларына асыу төшөрәһегеҙме?
Эйе – 7, булғылай – 3, юҡ – 5.
6. Буйҙаҡ сағығыҙ йыш хәтерегеҙгә төшәме?
Эйе – 12, ҡайһы берҙә – 5, юҡ – 6.
7. Ҡатынығыҙҙы (һөйгән ҡыҙығыҙҙы) башҡа һылыуҙар менән сағыштыраһығыҙмы?
Эйе – 9, ҡайһы берҙә – 2, юҡ – 1.
8. Бергә киноға йөрөйһөгөҙмө?
Эйе – 7, һирәк – 5, юҡ – 4.
9. Тормош юлдашығыҙ (һөйгән ҡыҙығыҙ) менән ҡунаҡта булырға яратаһығыҙмы?
Эйе – 8, һирәк – 2, юҡ – 3.

Һөҙөмтә:
69 һәм унан да күберәк мәрәй
Һеҙҙе тормошоғоҙҙан уңған кеше тип әйтеп булмай, әммә бында үҙегеҙҙең дә ғәйебегеҙ бар. Ҡатынығыҙға (һөйгән ҡыҙығыҙға) иғтибарлыраҡ булығыҙ. Уға ҡарата мөнәсәбәтегеҙ уның ниндәйҙер ғәмәленә яуап йөҙөнән булыуы ла ихтимал. Әммә ғәфү итә белергә лә кәрәк. Бергәләп һөйләшегеҙ, аңлашығыҙ.
40-тан 68-гә тиклем мәрәй
Һеҙ тормошоғоҙҙан ҡәнәғәт һәм өйҙә тыныслыҡ хөкөм итеүен яратаһығыҙ. Ә инде буйҙаҡ сағығыҙҙы йыш иҫкә төшөрәһегеҙ икән, был ғаилә тормошонан ҡәнәғәт булмауға бәйле түгел, ә бары тик яҡты һәм изге хәтирә генә.
39-ҙан кәмерәк мәрәй
Ҡайһы саҡта һөйгәнегеҙ менән икегеҙ араһында аңлашылмаусанлыҡ килеп сыға, әммә тормошта һауыт-һаба шалтырамай тормай. Һеҙ үҙ хыялығыҙға өлгәшкәнһегеҙ, бәхетлеһегеҙ. Шулай ҙа артыҡ маһайыу һеҙгә килешмәҫ.

Фото: dzen.ru

Автор:
Читайте нас: