+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Май 2023, 13:00

Картуф серҙәре

Картуф – туҡлыҡлы һәм сағыштырмаса арзан ризыҡ. Шул ук ваҡытта уның сихәтле сифаттары ла бихисап. Ғалимдар фекеренсә, картуф күпме ҡулланыуға ҡарамаҫтан, кеше организмына зыян килтермәй торған, башҡа аҙыҡҡа ҡатнаштырмай ашағанда, ғүмерҙе оҙайтыусы берҙән-бер ризыҡ икән. 

Картуф серҙәре
Картуф серҙәре

Ул С витаминына бай, составындағы калий йөрәк ауырыуынан яфаланғандарға айырыуса файҙалы: ҡан юлдарын нығыта, бөйөрҙәр эшсәнлеген яйға һала.
Халыҡ медицинаһы ашҡаҙан йәрәхәтенән картуф һуты эсергә тәҡдим итә. Һутты ул йәш мәлдә – йәй аҙағынан көҙ уртаһына ҡәҙәр генә эсергә ярай. Һуңыраҡ картуфта соланин матдәһе арта, шуға ла уның һуты файҙа килтермәй. Оҙаҡ һаҡланған картуфты һыуҙа йәки духовкала бешереп ашау һәйбәтерәк, февраль айынан һуң уны ашҡа аҙыраҡ һалырға кәңәш ителә.
Ашҡаҙан йәрәхәтен дауалау өсөн һут былай эшләнә: картуфты, ныҡ ышҡып йыуып, ҡырғыстан үткәрергә лә марля аша һығырға. 100 грамм картуфтан 50 грамм самаһы һут сығасаҡ. Шуны көнөнә ике тапҡыр ашарҙан 15 – 20 минут алдан яртышар стакан эсеп ҡуялар. Картуф һутын ашҡаҙандың кислоталылығы түбән булған, шәкәр ауырыулы һәм һимереүгә әүәҫ кешеләргә ҡулланырға кәңәш ителмәй.

Фото: poleznii-site.ru

Автор:
Читайте нас: