+15 °С
Болотло
*Әгәр ҙә йәшен йәшнәгәндә, өйҙән башҡа урында булһағыҙ, яңғыҙ ағасҡа ышыҡланмағыҙ.
*Йәшен ваҡытында урманда ҡалғанда тәпәш ағастар араһында йәшенеү һәйбәтерәк, ә асыҡ урында тап булғанда ҡоро соҡорҙо, ҡаҙылған ерҙе һайларға кәрәк.
*Ҡомло һәм ташлы ер, йәшендә балсыҡлыһына ҡарағанда, хәүефһеҙерәк.
*Ҡаяларға, ҡырын торған стеналарға һөйәлергә, урман ситенән, һыу ятҡылыҡтары эргәһенән атларға һәм туҡтарға, ҡая аҫтында йәшеренергә тәҡдим ителмәй.
*Йәшен йәшнәгәндә йүгерергә, тығыҙ төркөм булып хәрәкәтләнергә ярамай.
*Еүеш тән һәм кейем йәшен атыу хәүефен арттыра.
*Йәшен ваҡытында ҡалҡыу урында лагерь ҡороу, шулай уҡ палаткала тимер әйберҙәр һаҡлау ҡурҡыныс.
Фото: vsegda-pomnim.com