-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Май 2023, 09:00

Аяҡ кейеме магазинында

 *Аҙ ғына ҡыҫҡан туфлиҙы һатып алмағыҙ. Кейә-кейә һуҙылыр тигән өмөттөң аҡланмауы бик ихтимал. Аяҡ кейеменең уңайлығын һынап ҡарарға теләһәгеҙ, магазинда уҡ кейеп йөрөп ҡарағыҙ.

Аяҡ кейеме магазинында
Аяҡ кейеме магазинында

*Икеһен дә кейеп ҡарарға кәрәк, сөнки, ғәҙәттә, бер аяҡ икенсеһенән саҡ ҡына ҙурыраҡ була.
* Яңы туфли менән йәйәү алыҫ юлға сыҡмағыҙ. Башта бер-ике көн уны сисмәйенсә өйҙә кейеп йөрөгөҙ.
* Аяҡ кейемен эш көнө тамамланғас барып алығыҙ. Был ваҡытта аяҡҡа ҡан күберәк төшә һәм ул шешенә. Тимәк, аяҡ кейеме дөрөҫ һайланасаҡ.
*Шәкәр диабеты менән сирләгән, быуын һәм умыртҡа һөйәге ауыртҡан кешеләргә кейем һайлау еңел түгел. Шпор, һөйәл, оҙон тырнаҡ туфлиҙың айырыуса уңайлы булыуын талап итә.
*Һуңғы ваҡытта проблемалы аяҡтар өсөн “антистресс” билдәһе ҡуйылған аяҡ кейеме сығаралар. Ҡырмаған, киң, пружиналы олтораҡлы, аяҡҡа өҫтәмә тотороҡлолоҡ биргән үксәле кейем йәйәү йөрөү өсөн бик яйлы һәм еңел.
*Әгәр урамда йөрөү өсөн тәғәйенләнгән туфлийығыҙ ҡыҫһа, кисекмәҫтән флебологка мөрәжәғәт итегеҙ. Был сир башланыуы тураһында һөйләмәһә лә, ҡан тамырҙары стенаһының үҙгәреүен һәм тиҙҙән варикоз буласағын иҫкәртеүе бар.

Фото: newsroom.su

Автор:
Читайте нас: