+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Ноябрь 2023, 14:00

Һандуғас ниңә төндә һайрай?

Әхмәр Үтәбәайҙың ("Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 285-се күҙәтеү.) Ысынлап та, ниңә һандуғас башлыса төндә һәм таң алдынан һайрай? Был һорауҙы Интернетҡа ла биреп ҡараным. Күпселек яуаптар уларҙың ояһы ерҙә булыуы менән бәйле. Белеүебеҙсә, ата ҡоштар ғына һайрай, улар был юл менән инә ҡоштарҙы үҙенә йәлеп итә.

Һандуғас ниңә төндә һайрай?
Һандуғас ниңә төндә һайрай?
Һандуғастарҙа ла шундай уҡ йола, тәртип. Ояһы ерҙә урынлашҡан башҡа ҡоштар ҙа бар, тик улар, ниңәлер, көндөҙ һайрай. Ҡыҙыҡ, һандуғастың ни өсөн фәҡәт төндә һайрауына яуап асҡысы Салауат Юлаевтың шиғыр юлдарында ла ята...
"Ай, уралым" шиғырында "Сәскәләр менән һандуғас Тәңрегә тәсбих әйтәләр..." ти батырыбыҙ. Тимәк Аллаһҡа дан йырлағаны өсөн дә һандуғастың һайрауы шул тиклем моңло! Башҡа йырсы ҡоштар менән сағыштырғанда һандуғастар төҫкә-башҡа иң йәмһеҙе, ҡапыл ҡарағанда уларҙы күреп тә булмай, етмәһә, үҙҙәре йөрөгән үлән-сәскәләр төҫөнә инеп, улар йыртҡыстарҙың күҙенә салынмай һаҡланып ҡала ала. Әгәр ҙә ояларын ағас баштарына ҡорһалар, һаҡлана алмаҫтар ине. Күҙәтеүемдән иң төп һығымтам: үҙенә дан йырлаусыны Хоҙай ошо рәүешле һаҡлай, төндә һайрата һәм башҡалар.
 
Автор:
Читайте нас: