*Был гөл артыҡ күп һыу һипкәнде яратмай. Йәйгеһен 4-5 көнгә бер тапҡыр, йылдың һалҡын мәлендә аҙнаға бер тапҡыр һипһәң дә етә.
*Декабристы тура ҡараған ҡояш нурҙары аҫтында тотмайбыҙ, ул ярымкүләгә ярата.
*Гөлдө әүҙем үҫеше һәм сәскә атыу осоронда ашламалар менән туҡландырыу файҙалы. Улар баҡсасылыҡ магазиндарында һатыла. Яҙ, йәй һәм көҙ башында ул ял итә, шуға ла был ваҡытта туҡландырыу туҡтатылырға тейеш.
* Әгәр үҫемлегегеҙ сәскәгә бөрөләнмәй икән, уны күпмелер ваҡыт һалҡынса температура 10-15 градус тирәһе булған урында тотоғоҙ.
*Әйтәйек, көҙ башында гөлгә 15 градуслы һауа килешә. Шул саҡта ул сәскәгә бөрөләнә. Һуңынан ноябрҙән алып йылыраҡ урынға күсерегеҙ һәм декабрист шаулап сәскә ата башлаясаҡ.
*Яҡтылыҡ дөрөҫ булмаһа, һыу һибеү тәртибе боҙолһа, үтәләй өргән елдә ултырһа, яҡында йылытҡыс приборҙар булһа ла гөл сәскә атыуҙан туҡтай.
Фото: www.nn.ru