- Хужабикәләр кәтлит әҙерләгәндә күпме тоҙ һалырға кәрәк икән тип аптырай. Ашнаҡсылар 1 килограмм фаршҡа 2 балғалаҡ тоҙ һалырға кәңәш итә.
- Рассольникка ҡыярҙы ҡыҙҙырып йәки бешереп һалһаң, һурпа тәмле була.
- Ҡыҙған картуф тәмле булһын тиһәгеҙ, һуғанды ҡыҙҙырып, картуф бешеп сыҡҡас ҡына бутағыҙ.
- Итте ҡыҙҙырғас, уны бүлмә температураһында «ял иттерегеҙ». Һуты бөтә киҫәктәргә лә таралып, уларҙы тәмләндерә.
- Йәшел тәмләткестәр быяла һауытта яҡшыраҡ һаҡлана.
- Күмәс һәм кекстар «ялтыраһын» өсөн өҫтөнә глазурь яғығыҙ. Ул ошолай әҙерләнә: 2-3 ҡалаҡ шәкәрҙе шул уҡ күләмдәге һөттә иретеп, һүрән утта сироп барлыҡҡа килгәнсе йылытығыҙ.
- Сохарый валсығын он, манный, бутҡаһы, кукуруз ярмаһы йәки оно алмаштыра ала. Улар булмаһа, икмәкте ваҡ киҫәктәргә турап, мейестә киптерегеҙ ҙә, һыуынғас, блендерҙа ваҡлағыҙ.
Фото: www.youtube.com