+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Ноябрь 2023, 13:00

Ҡатын-ҡыҙ хаҡында...

*Күпселек илдәрҙә ҡатын-ҡыҙ ирҙәргә ҡарағанда оҙағыраҡ йәшәй.*Ҡатын-ҡыҙ ирҙәргә ҡарағанда яҡынса ике тапҡыр шәберәк күҙ йомғолай.*Америка штаты Колорадола йоҡлаған ҡатын-ҡыҙҙы үбеү тыйыла.  

Ҡатын-ҡыҙ хаҡында...
Ҡатын-ҡыҙ хаҡында...

*Инглиз ғалимдары асыҡлауынса, сығанаҡ бармағы һуҡ бармағынан ҡыҫҡараҡ булған ҡатын-ҡыҙҙың спортта юғары уңышҡа өлгәшеү мөмкинлеге ҙурыраҡ.
*Нимәнелер бәрергә йыйынһа, ҡатын-ҡыҙ ҡулын артҡа ташлай (ирҙәр – ситкә).
*Мунсанан, душтан һуң һәр гүзәл зат, ҡыҫҡа сәсле булһа ла, башына таҫтамал урай.
*Арттан берәйһе өндәшһә, ҡатын-ҡыҙ башын ғына бороп ҡарай (ирҙәр бар кәүҙәһе менән борола).
*Ҡатын-ҡыҙ иҫнәгәндә, ҡағиҙә булараҡ, ауыҙын усы менән ҡаплай (ә ирҙәр – йоҙроғо менән).
*Ҡатын-ҡыҙ буш ҡул менән йөрөргә яратмай, шуға гел дә нимәнелер тота: сумка, бирсәткә, шарф осон һ.б.
*Ҡатын-ҡыҙ тауға менгәндә йәки төшкәндә ҡабырғаһы менән хәрәкәт итергә тырыша.
*Ҡатын-ҡыҙ үксәһен күрер өсөн иңбашы аша артҡа ҡарай (ирҙәр аяғын тубығына һала).
*Ауыр әйберҙе күтәреп йөрөтөргә тура килгәндә, ҡатын-ҡыҙ уны ҡабырғаһына йәтешләп тоторға тырыша (ирҙәр йөктө һәр саҡ алдында тота).
*Донъялағы иң беренсе программист ҡатын-ҡыҙ – Англиянан Ада Лавлэйс.

Фото: news.myseldon.com

Автор:
Читайте нас: