Хәҙер урмандарҙа ул һирәк осрай, әммә сәскәләренең нәзәкәтле матурлығына һоҡланмай уҙып булмай. Күпләп ҡаҙығанға кәмегән тиһәләр ҙә, сәбәп унда түгел. Һуғыш осоронда һарынаны биҙрәләп йыя торған булғандар, ә ул һис кәмемәгән. Ҡоролоҡ булыр булһа, һарына уңа, тигән икән боронғолар.
Һөтө артһын, ҡуйы булһын өсөн уны һауын һыйырҙарға ла ашатҡандар. Бал ҡорттары уның мул һутын кинәнеп йыя. Һабағының һуты яраларҙы тиҙ уңалтҡан өсөн дауа итеп ҡулланғандар.
Хәҙер һарынаның түтәлдә үҫтерә торған төрҙәре лә күбәйҙе – төрлө ҙурлыҡтағы, төҫтәге сәскәләре баҡсаларҙы йәмләй.
Фото: https://tamasha-rb.ru/articles/khal-ym-auly-y-ilem-bayly-y/2023-06-02/aryna-3285214