Рәсәй Гидрометүҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд, 2023/2024 йылдың ҡыш миҙгеле башлыса норманан юғарыраҡ булыуы ихтимал, ти. Декабрь ҙә шулайыраҡ. Былтыр нисек булғанын хәтерләйһегеҙме? Үәт, шунан йылырағын көтөгөҙ. Барыбер урыны менән 15 – 20 градуслыҡ һыуыҡтар фаразлана әле ул. Тик урынын теүәл әйтмәйҙәр генә.
Ҡыҙыҡ: ҡыш ҡайһы бер төбәктәрҙә 10 – 12 көнгә ҡыҫҡара икән. Был климаттың үҙгәрешенә бәйле.
Фото: photocentra.ru