*Мөрйәнән төтөн тура сыҡһа - һыуыҡҡа.
*Декабрь йылы булһа, ҡыш оҙаҡҡа һуҙыла, яҙ һалҡын була.
*Боҙ ҡытыршы булып туңһа, иген уңыр.
*Ҡыш йондоҙ баҙыҡ янһа – һыуыҡҡа, тоноҡ янһа, йылыға тарта.
*Ҡоро декабрь – ҡоро яҙ билдәһе.
*Декабрҙең 25-тәрендә ағастарҙы бәҫ ҡаплаһа, киләһе йылда иген уңа.
*31 декабрь төнөндә күк йондоҙло булһа, ағастарҙа бәҫ ятһа, киләһе йыл ашлыҡ уңыр.
Фото: crosti.ru