-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Февраль , 18:00

Көнләшмәгеҙ!

Көнләшеү ике төрлө була. Береһе – йомшаҡ, кеше икенсе берәүҙең булған әйберенән (уңышынан) көнләшеп, борсолһа ла, уның кисерештәре һоҡланыу менән сиктәш. Уны ыңғай мотивация – яҡшыраҡ булыу, оҡшаш һөҙөмтәгә ирешергә тырышыу йә иһә уны уҙып китеү теләге оҙата бара.

Көнләшмәгеҙ!
Көнләшмәгеҙ!

Икенсеһе – ҡәтғи. Көнләшкән кешелә көнләшеү объектының булғанын тартып алыу теләге тыуа, ул көнләшкән кешеһенең бәхетһеҙлегенән шатлыҡ хистәре кисерә. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр быны ысын көнләшеү (яман шеш кеүек) тип һанай.

Әммә психолог шуны раҫлай: ике көнләшеү ҙә яҡшырыуға мотивация тыуыуҙы берләштерә.

Хеҙмәт коллективында псиохологтар көнләшеүҙе киреһенсә баһалай. Был хис хеҙмәттәштәргә ҡарата дошманлыҡҡа, агрессияларға килтерә, тип һанай. Үҙ-үҙҙәрен түбән баһалаған кешеләрҙә көнләшеү депрессия  килтереп сығарырға мөмкин.

Көнләшеүҙән һаҡ булығыҙ! Булғанына шөкөр итеп йәшәй белергә кәрәк. Тормошоноң барлыҡ яғы ла идеаль кеше юҡ ул. Шулай күренергә генә мөмкин. Бәлки, әле кемдер үҙегеҙҙән көнләшәлер...

Фото: fikiwiki.com

Автор:
Читайте нас: