+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Март , 16:00

Ысын йырҙар ғазапланып тыуа...

Композитор ГҮЗӘЛИӘ Артур Хәсәнов башҡарған “Кейек ҡаҙ юлдары” йырының көйө нисек яҙылыуы хаҡында былай ти:

Ысын йырҙар ғазапланып тыуа...
Ысын йырҙар ғазапланып тыуа...

"Кейек ҡаҙ юлдары" йырын тормошомдоң бик ауыр мәлендә яҙҙым. Минең иҙәндә ҡысҡырып илап ултырғанымды ишетеп, хатта күршеләрем дә йүгереп килеп ингән. Ҡулымда ошо йыр тексы яҙылған ҡағыҙ киҫәге була. (Авторы – Гөлфиә Шакирова). Оҙаҡ илауҙан ҡарлыҡҡан тауышым менән һөрәнләп, мин уны диктофонға йырланым да йәнә һыҡтап илауымды дауам иттем. Был йырға мин бөтә йөрәк әрнеүемде һалдым. Унда минең бөтә тормошом күҙаллана... Бөтә тойғоларым һәм кисерештәрем, һәм күҙ йәштәрем. Ысын йырҙар ғазапланып тыуа. Был һүҙҙәр һәм ноталар йыйылмаһы түгел, был тотош тормош. Улар мине ғазапланы. Иң мөһиме, уларҙа минең энергиям".

Фото социаль селтәрҙән.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: