+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Март , 10:30

УРАҘАНЫҢ ӘҘӘПТӘРЕ

1. Сәхәрҙе иртәнге намаҙға аҙан әйтелгәнгә тиклем ашау кәңәш ителә. Йәғни ризыҡланыуҙы мөмкин тиклем аҙаҡҡа ҡалдырырға кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: “Сәхәр ашағыҙ, унда һеҙҙең өсөн бәрәкәт бар”, – тигән (әл-Бохариҙың хәҙистәр йыйынтығынан). Тағы ла бер аҡыл: “Мосолман өсөн иң яҡшы сәхәр аҙығы – финик емеше” (Әбү Дауыттың хәҙистәр йыйынтығынан).

УРАҘАНЫҢ ӘҘӘПТӘРЕ
УРАҘАНЫҢ ӘҘӘПТӘРЕ

2. Ифтар ҡылыуҙы (ауыҙ асыуҙы) ашыҡтырырға кәрәк, сөнки Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ошо осраҡта бәрәкәт килерен белдергән (был хаҡта әл-Бохариҙың хәҙистәр йыйынтығында әйтелә).

3. “Пәйғәмбәр ﷺ аҡшам намаҙы алдынан яңы финик емештәре менән ифтар ҡылыр ине. Улар булмаһа – кипкән финик емештәре менән, улары ла юҡ икән – бер нисә йотом һыу менән” (әт-Тирмиҙиҙең хәҙистәр йыйынтығынан).

4. Ураҙа тотҡан кеше ғәйбәт һөйләү, әшәке һүҙҙәр ҡулланыу, алдашыу кеүек барлыҡ килешмәгән эштәрҙән йыраҡ булырға тейеш, юғиһә уға ғәмәле өсөн сауап яҙылмаясаҡ. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: “Кем дә кем ялған һөйләп, шуның буйынса эш итеүҙән туҡтамай, Аллаһҡа уның ашап-эсеүҙән баш тартыуы кәрәк түгел!” – тигән (әл-Бохариҙың хәҙистәр йыйынтығынан).

Рамаҙан айында насарлыҡ килтергән барлыҡ эштәрҙән ары торорға кәрәк. Мәҫәлән, телевизорҙан “күңелле” шоуҙар ҡарау, дингә, тәрбиәгә ҡағылышы булмаған мәғәнәһеҙ сараларҙа ҡатнашыу, буштан-бушҡа урам ҡыҙырып йөрөү, ҡыл ҡыбырлатмайынса көндәр буйы йоҡлап ятыу һәм башҡалар.

Ғәҙәттә, төнгө намаҙҙар, ғибәҙәттәр айы бәғзеләр өсөн көндөҙгө йоҡо осорона әйләнә (йәнәһе, йоҡлаһаң, ашау тураһында уйламайһың). Шул сәбәпле улар йә йома мәсеткә бармай ятып ҡала, йә көндөҙгө намаҙҙарҙы бөтөнләй уҡымай.

5. Берәүгә лә үҙегеҙҙе ҡоторторға, көйҙөрөргә мөмкинлек бирмәгеҙ. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: “Кемдер уға һөжүм итһә йә мыҫҡыллап маташһа, ул: “Мин ураҙала!” тип әйтһен”, – тигән (әл-Бохариҙың хәҙистәр йыйынтығынан). Бының асылы: үҙеңә лә, дошманыңа ла изге ай тураһында иҫләтеү йәки иҫкәртеү. Ғөмүмән, үҙеңде ҡулда тота белеү, тыныс булыу – һәр кеше өсөн ифрат мөһим, күркәм сифат.

6. Сәхәрҙә һәм ифтарҙа күп ашауҙан һаҡланығыҙ. “Әҙәм балаһы үҙ ҡарынынан да яманыраҡ һауыт тултырмай”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ (әт-Тирмиҙиҙең хәҙистәр йыйынтығынан).

Аҡыллы кеше йәшәү өсөн ашай, ә киреһенсә түгел. Әммә бәғзеләр Рамаҙан айында аҙыҡ бешереү йәһәтенән бар сиктәрҙе уҙҙырып ебәрә, хатта был эшкә сәнғәт төрө кеүек ҡарай башлай. Тотош көнөн ризыҡ әҙерләүгә бағышлап, ҡайһы бер хужабикәләрҙең Аллаһ Тәғәләне иҫкә алырға ла ваҡыты ҡалмай. Был Рамаҙанда бүтән айҙарға ҡарағанда аҙыҡҡа аҡсаны күберәк сарыф итеүгә килтерә. Һөҙөмтәлә ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары көсәйеүе, һимереүгә юл асылыуы ихтимал. Ифтар мәлендә ныҡ күп ашап, саманан тыш шыйыҡлыҡ эскәндәр тәрәүих намаҙын ныҡ ауыр үткәрә.

7. Йомарт булығыҙ: бүтәндәргә белем таратығыҙ, аҡсалата ярҙам итегеҙ, биләгән вазифағыҙ йә ҡул һәм аҡыл көсөгөҙ аша башҡаларға ла мөмкин булғанса файҙа килтерегеҙ, кешеләр менән аралашҡанда әҙәпле, иғтибарлы булығыҙ. Ибн Ғәббәстән шундай хәҙис риүәйәт ителә: “Аллаһ рәсүле ﷺ кешеләр араһында иң йомарты ине, ә Рамаҙан айында ул айырыуса йомарт булды...” (әл-Бохари һәм Мөслимдең хәҙис йыйынтыҡтарынан).

8. Ураҙа тотоу менән ярлыны ашатыуҙы бергә ҡушыу – Ожмахҡа лайыҡ булыуҙың ышаныслы сараларының береһе. “Йәннәттә шундай бүлмәләр бар: уларҙа тышҡы яҡ эстән күренеп торасаҡ һәм киреһенсә. Аллаһ ул бүлмәләрҙе ярлыны ашатҡандар, улар менән һөйләшкәндә йомшаҡ булғандар, йыш ураҙа тотҡандар, бүтәндәр йоҡлағанда намаҙ уҡығандар өсөн әҙерләгән”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ (имам Әхмәттең хәҙистәр йыйынтығынан).

Аллаһ рәсүле ﷺ шулай уҡ: “Кем ураҙа тотоусыға ифтар ҡылырлыҡ аҙыҡ биргән, шул ураҙа тотоусы кеүек үк сауап аласаҡ, саҡ ҡына ла кәм түгел”, – тигән (әт-Тирмиҙиҙең хәҙистәр йыйынтығынан).

(“Йома хөтбәләре” китабынан).

Фото: poryadovki.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: