+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Март , 08:00

Рамаҙан – тәрбиә мәктәбе

Унда фарыз ителгән ғәмәлдәр дөрөҫ йәшәү юлын күрһәтә. Әйтәйек, “Кем дә кем ураҙа тотоп та, ялған һүҙҙән айырылмаһа, Аллаһ Тәғәлә уның ас йөрөүенә мохтаж түгел”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.

Рамаҙан – тәрбиә мәктәбе
Рамаҙан – тәрбиә мәктәбе
Ғөмүмән, Исламда һәр нәмәне уйлап һөйләү зарурлығы тәҡрар ителгән. “Мосолмандың иң күркәм сифаттары шул: мәғәнәле, аңлайышлы, кешенең күңелен ҡырмаҫлыҡ итеп һөйләр, ә инде кемдер һүҙ тота икән, уны матур итеп тыңлай белер”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ.
Эйе, тел тормошобоҙҙа ҙур көскә эйә. Уның йәмғиәттә үҙ урыныңды табыуҙа, башҡалар менән мөнәсәбәт ҡороуҙа әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. “Мосолман башҡаларға ҡулы менән дә, теле аша ла зарар килтермәҫ”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Изге Рамаҙан айында был һүҙҙәрҙең хаҡлығына йәнә бер ҡат инанырға яҙһын, өммөтебеҙгә ҡеүәт өҫтәлһен, иншаллаһ!
 
Автор:
Читайте нас: