+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Март , 17:00

Ағыуҙан да, сихырҙан да һаҡлай

Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, ашарына бер ни булмағанда хөрмә (финики) ашап көн иткән. Үҙенең хәҙис-шәрифендә: «Кем көн дә уянғас, хөрмә ашай, был көндө уға ағыуҙан, сихырҙан да төнгә ҡәҙәр зарар килмәҫ», – тигән. Икенсе бер хәҙисендә: «Кем таң атыр алдынан, Мәҙинә ҡалаһында үҫкән ете хөрмәне ашаһа, уға ағыуҙан зарар булмаҫ», – тигән.

Ағыуҙан да, сихырҙан да һаҡлай
Ағыуҙан да, сихырҙан да һаҡлай

Кешенең организмына ошондай шифаһы бар икән хөрмәнең. Әлбиттә, файҙаһы булмаһа, пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, уны ашамаҫ ине. Башҡаларға ла кәңәш итмәҫ ине. Көнө буйы ас тороп, ураҙа тотҡан кешегә лә пәйғәмбәребеҙ хөрмә менән ифтар ҡылырға (ауыҙ асырға) әмер итте. «Әгәр берегеҙ ифтар ҡылһа, хөрмә менән ҡылһын. Әгәр хөрмә булмаһа, һыу менән ауыҙ асһын, сөнки һыу паклаусылыр», – тигән.

Һәр үҫемлектең файҙаһы булған кеүек, хөрмәнең дә кешенең сәләмәтлеге өсөн файҙаһы күп. Ҡөръәндең күп аяттарынан, пәйғәмбәребеҙҙең күп хәҙистәренең дөрөҫлөгө иҫбатлана бара.

Г. Шәйхетдинова.

Фото: tainoeiyavnoe.ru

Автор:
Читайте нас: