+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Март , 09:00

Асыуыбыҙҙы тыя беләйек

Асыуы килгәндә үҙен тыйып ҡалғандарҙы иң көслөләр тип атаған пәйғәмбәребеҙ. Мосолман урынлы-урынһыҙ ярһымай, нәфсе ҡотҡоһона бирелмәй, үҙен ҡыйырһытҡандарҙы ғәфү итә, мохтаждарға ҡарата түбәнселекле була.

Асыуыбыҙҙы тыя беләйек
Асыуыбыҙҙы тыя беләйек

"Асыу — ут, ул бөтә күңелде ҡармап алыусан. Көл аҫтында быҫҡып ятҡан осҡон кеүек, тәкәбберҙәрҙә ҡабынып китергә генә тора", — тиелә динебеҙҙә.
Асыуына юл биргән Әҙәм балаһы Аллаһы Тәғәләнең бойороғона ҡаршы төшкән иблискә оҡшап китә. "Кешенең тәнендә утҡа оҡшаш кескәй генә бер ит киҫәге бар. Ул яҡшы булһа, барлыҡ тән таҙара, ә инде насар икән, киреһенсә, бысрай. Ул — йөрәк. Күрә алмаусанлыҡ, көнсөллөк, асыу Аллаһ ҡолдарын һәләкәткә алып бара. Бәләнең ҡайҙа йәшеренеп ятҡанын һиҙеп, һаҡланып ҡалырға тырышып, эстә ҡабынып китергә әҙер торған уттан баш тартырға, уны күңелдән йолҡоп ташларға кәрәк", — тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләм.

Автор:
Читайте нас: