Аллаһы Тәғәлә шулай бойора: «Бары тик сабыр итеүселәргә генә хисапһыҙ мөҡәфәттәр, сауаптар буласаҡ» («Зөмәр» сүрәһе, 10-сы аят).
Бер хәҙисендә бәйғәмбәребеҙ: «Мосолманға шатлыҡлы мәлендә лә шөкөр итеү бер хәйер сауап», – тигән.
Сабырлыҡ өс төрлө була:
1. Бәлә һәм һәләкәттәргә ҡарата сабырлыҡ. Әгәр һәләкәт Алла ҡолоноң малына, йәненә һәм балаһына төшһә, кешенең был бәхетһеҙлекте туҡтатырға көсө һәм белеме етмәһә, ул ваҡытта сабыр итергә бурыслы.
Аллаһы Тәғәлә бәндәләренә шулай ти: «Һеҙҙе бер аҙ ҡурҡыу һәм аслыҡ менән, малдарығыҙҙы, йәндәрегеҙҙе һәм емештәрегеҙҙе бер аҙ кәметеп, имтихан ҡылабыҙ. Эй, Мөхәммәт, сабыр итеүселәргә һөйөнсө бир» («Баҡара» сүрәһе).
2. Ғибәҙәтте сабырлыҡ менән ҡылыу. Ғибәҙәттәге ҡыйынлыҡтарға сабырлыҡ күрһәтеүсене Хоҙай ҙур дәрәжәгә өлгәштерә. Динебеҙҙең маҡсаты – кешене сыҙам итеп тәрбиәләү. Шуның һөҙөмтәһендә уны донъялыҡта ла, Әхирәттә лә бәхетле итеү.
3. Гонаһлы эштәр ҡылмаҫҡа сабыр итеү. Кеше бар яҡтан да Аллаһы Тәғәлә әмеренә буйһонһа, икенсе яҡтан нәфсеһе, күңелендәге гонаһлы теләктәре ҡотҡоһона бирелеүсән. Бындай саҡта Алла юлынан тайпылһа һәм шайтан ҡотҡоһона бирелһә, кеше ҙур гонаһҡа дусар була. Насар өндәүҙәргә ҡаршы тороу, яҙыҡ эштәр ҡылмаҫҡа сабыр итеү, динебеҙ ҡушҡан әмер ул.