+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Март , 17:00

Дөрөҫлөк ҡасан да булһа өҫкә сыға

Бер йортҡа яңы матур көҙгө алғандар ҙа уны сәғәт һәм телефон торған тумба янына урынлаштырғандар. Өйгә ингән кешеләр шылтыраған телефон янына һәр ваҡыт атлығып килгән, бер ыңғай көҙгөгә лә күҙ һалған. Көҙгө, үҙенең ныҡ кәрәклеген тойоп, барыһының да сағылышын ап-асыҡ күрһәтергә ынтылған.

Дөрөҫлөк ҡасан да булһа өҫкә сыға
Дөрөҫлөк ҡасан да булһа өҫкә сыға

Тора-бара көҙгө кешеләрҙең уға ҡарап һөмһөрө ҡойолғанын, сәстәрен, биттәрен тырышып-тырышып һыйпағанын, кейемен кәүҙәләренә һылаштырып төҙәткеләгәнен һиҙеп ҡалған. Хатта бер көн уға ҡарамай ҙа башлағандар.

Көҙгө һораулы ҡарашын сәғәткә төбәгән.

– Эйе, кешеләр – бик сәйер зат. Улар ҡайҙалыр һуңлағанда, мин ашыҡмайыммы икән, тип борсола, кемделер көткәндә, минең һуңламай ғына текелдәүемде тикшереп бер була. Ә бит мин ваҡытты теп-теүәл һанайым, – тип үҙ һүҙен һөйләгән сәғәт.

– Мин дә эшемде теүәл үтәйем – дөрөҫлөктө генә күрһәтәм... – тип көрһөнгән көҙгө.

Уларға телефон ҡушылған:

– Кешеләргә дөрөҫлөк кәрәкмәй. Бәғзеләр уны яратмай. Мәҫәлән, мине шулай эшләгәндәр: тауыштарҙы бары тик теп-теүәл итеп еткерергә. Ә кеше ни эшләй? Башҡалар уларҙы танымаһын өсөн тауышын үҙгәртә йә ишетмәһен өсөн бик әкрен һөйләй. Хәҙер инде мин дә, уларға яраҡлашып, шыҡырҙарға, сыйылдарға өйрәндем...

– Юҡ, юҡ, мин алдай алмам! – көҙгө ҡәтғилеген күрһәтмәксе булып, шулай тип ҡысҡырған.

– Барыһы ла ябай: әгәр үҙеңдең кәрәклегенде иҫбат итергә теләһәң, кешегә сағылышын дөрөҫ күрһәтмә. Бер аҙ ғына тоноҡлан, – тип аҡыл өйрәткән телефон. Һәм көҙгө бер арауыҡ шулай эшләгән дә.

...Был риүәйәттең аҙағы шул: дөрөҫлөк ҡасан да булһа өҫкә сыға. Һәм был ваҡытта инде кешегә көҙгө лә, телефон да, сәғәт тә ярҙам итә алмай.

А. Ишемғолова.

Фото: https://ye102.ru/

Автор:
Читайте нас: