+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Март , 11:00

Ҡарағат талпаны

Мартта ҡара ҡарағат ҡыуаҡтарына иғтибарлыраҡ булығыҙ: әгәр ботаҡта йыуан, бүртенгән бөрөләр күренә икән, тимәк, ҡыуаҡ бөрө талпаны менән зарарланған тигән һүҙ. Уларҙы өҙөп яндырырға кәңәш ителә. Сөнки, көндәр йылына төшөп, талпандар бөрөнән сыҡһа, улар башҡа бөрөләрҙе лә яулап аласаҡ.

Ҡарағат талпаны
Ҡарағат талпаны

Яҙға ҡарай беҙҙең баҡсалағы ярҙамсыларыбыҙ  –  ҡоштарға – аҙыҡ табыу ауырлаша. Улар өсөн терлек майы, икмәк киҫәктәре һалып, аш урындары әҙерләгеҙ. Был осорҙа ер аҫтынан сысҡан-ҡомаҡтар сыға башлай. Ҡар аҫтынан ғына йырып йөрөп, ағас-ҡыуаҡтарҙың ҡайырыларын кимерә, хатта улар ныҡ зыян килтергән үҫентеләрҙе ҡотҡарып ҡалмаҫҡа ла мөмкин. Шуға ла, ағас төптәрендәге ҡарҙы тапап-тығыҙландырып торорға тырышығыҙ. Икенсенән, һатыуҙа булған Шторм, Клерат, Зерноцин, Гельдан препараттарын ҡулланырға була. Шулай уҡ кимереүселәргә ҡаршы көрәштә составты үҙегеҙ ҙә эшләй алаһығыҙ: бер өлөш цемент, бер өлөш шәкәр ҡомо һәм ике өлөш ондо ҡушып болғатығыҙ ҙа, тәлинкәләргә һалып, бер аҙ еҫле үҫемлек майы тамыҙып,  кимереүселәр күп йөрөй торған урындарға урынлаштырығыҙ. Файҙаһы бик ҙур, күрерһегеҙ!

Фото: dzen.ru       

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: