+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Март , 10:00

Киви ни өсөн йөнтәҫ?

Йөнтәҫ өҫлөк кивиға ҡороуҙан һаҡланыу өсөн кәрәк. Уның ҡабығындағы ваҡ төктәр емештән һыуҙың парға әүерелеүен кәметә. Киви бик аҙ дымлы урындарҙа үҫкәнгә, был уның өсөн бик мөһим.

Киви ни өсөн йөнтәҫ?
Киви ни өсөн йөнтәҫ?

Бынан тыш, йөнтәҫ ҡабығы кивиҙы зарарлы бөжәктәрҙән һаҡлай. Төктәр араһынан бөжәктәр емештең йомшаҡ өлөшөнә үтеп керә алмай.

Эволюция ваҡытында бына шундай өҫтөнлөктәр үҫемлеккә иҫән ҡалырға ярҙам итә. Йөнтәҫлек көслө ҡояш нурҙарынан, артыҡ йылыныуҙан да һаҡлай.

Кивиҙың төрлө сорттары бар, ҡайһы берҙәре йөнлөрәк, ҡайһы берҙәренең төктәре аҙыраҡ була. Бөтөнләй шыма ҡабыҡлы киви ла бар икән.

Фото: catalog-photo.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: