+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Март , 13:00

“Икеле ҡапсыҡтары”

*Антон Чехов мәктәптә иншалар яҙыуҙа “өслө”нән дә юғарыраҡ билдәләр алмаған. Өсөнсө синыфта күсмәйенсә, ике йыл ултырған. Бишенсе синыфта география, арифметика һәм грек теленән “икеле”ләр алып тағы шул синыфта ултырып ҡалған. Иншанан бер тапҡыр ҙа“бишле” алғаны булмаған.*Михаил Салтыков-Щедрин ҡыҙы урынына инша яҙып “икеле” алған.

“Икеле ҡапсыҡтары”
“Икеле ҡапсыҡтары”

*Опера хорына Максим Горький ҡабул ителгән, ә Федор Шаляпинды кире борғандар.
*1987 йылда ниндәйҙер Мэрилин Мах интеллект тикшереүҙә тест үтеп, 230 балл йыйған, ә Альберт Эйнштейн барлығы - 173 балл.
*Бөйөк шағир Александр Пушкин синыфындағы уҡыусылар араһында өлгәшеүҙә 29-сы ғына урында булған.
*Бөйөк композитор Людвиг ван Бетховен хаталар менән яҙған.
*Петр I уҡыуҙа йомшаҡ булған. Үҙ өҫтөндә эшләп, уҡып ҡына белемен камиллаштырған.
*Бөйөк Британия премьер-министры Уинстан Черчилль уҡыған осорҙа “икеле” ҡапсыҡтарына сыбыҡ менән һабаҡ уҡытыу булған. Һөҙөмтәлә ул бер нисә уҡыу йортон алыштырған. Математика һәм латин теленән гел генә “икеле”ләр алған.
*Нобель премияһы лауреаты, америка университеты профессоры Иосиф Бродский Санкт-Петербургтағы ете йыллыҡ мәктәпте - инглиз теленән “икеле”гә тамамлаған, физика һәм математиканан да насар уҡып күсмәй ҡалған, дүрт мәктәп алыштырған һәм уҡыуын ташлаған.

Фото: gas-kvas.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: