+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Март , 08:00

Был хәҙистең мәғәнәһе бик төплө һәм файҙалы

Пәйғәмбәребеҙ ғаләйһиссәләм әйткән:«Был донъя беҙгә ваҡытлыса ғына бирелгән. Һәм ошо донъяла иң яҡшы нәмә - ир кешегә яҡшы ҡатын, ә ҡатын кешегә яҡшы ир».

Был хәҙистең мәғәнәһе бик төплө һәм файҙалы
Был хәҙистең мәғәнәһе бик төплө һәм файҙалы

Кеше был донъяла күп нәмә булдыра ала: аҡса ла, байлыҡ та, абруй ҙа. Ләкин был донъяның ҡыуаныстарын да, ҡайһы саҡта ауыр ваҡыттарын да үтеүгә, ярҙам ҡулы һуҙырға кешеһе булмаһа, донъяның матурлығы ла, байлыҡтары ла ҡыҙыҡ булмай.

Тормош ваҡытлыса ғына һәм ул төрлө хәлдәр менән алмашынып килә. Ә бына уның йәмен, тәмен, матурлығын кеше тулыһынса үҙе төҙөгән ғаилә эсендә генә тоя ала.

Һәр кеше үҙ ғаиләһендә бәхетле булһын. Аллаһ Тәғәлә был оло бүләкте һәр кемгә лә насип итһен!

Фото: свояк.рф

Автор:
Читайте нас: