+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Апрель , 08:35

Көлкө көнө менән, иптәштәр!

“Һәнәк” журналы Һеҙҙе Халыҡ-ара көлкө көнө менән ҡайнар ҡотлай! Ғалимдар әйтеүенсә көлөү кәйефте күтәреүҙән тыш, төрлө сир-сырхауҙан да дауалай. Был мәлдә организмда ауыртыуҙы баҫа торған матдәләр барлыҡҡа килә. Өҫтәүенә ысын күңелдән көлөү позитив тойғоларҙы тергеҙә, шулай уҡ кешеләр араһында бәйләнеш булдырырға ярҙам итә. Көлөү бөтә органдарҙың функцияһына ыңғай тәьҫир итә. 

Көлкө көнө менән, иптәштәр!
Көлкө көнө менән, иптәштәр!
 Мәҫәлән, көлгәндә ғәҙәттәге бер литр һауа урынына литр ярым һауа һулайбыҙ. Тимәк, организм кислород менән көслөрәк һәм тиҙерәк туйына. Тын алыу, йөрәк ҡыҫҡарыу йышлығы яҡшыра, ваҡытлыса артериаль ҡан баҫымы күтәрелә. Һөҙөмтәлә ҡан тамырҙар буйлап шәберәк йөрөй башлай, һәм организм кислород менән нығыраҡ байый. Көлгәндә ҡабырғалар һәм ҡорһаҡ мускулдары хәрәкәткә килә, ҡорһаҡтан йөрәк йүнәлешенә табан ҡан әйләнеше яҡшыра, бит мускулдары әүҙемләшә. Өҫтәүенә организмда эндорфиндар, йәғни бәхет гормондары етештереү арта. Был матдәләр теш, баш һәм мускулдар ауыртыуын баҫыуға һәләтле. Көлөү тәнде йомшарта, көсөргәнеште һәм стресты бөтөрә. Ғалимдар иҫәпләүенсә, ун минут дауамында көлөү 50 килокалорияны яндырыуға булыша.

Былары фәнни яҡтан, ә ябай итеп әйткәндә, көлөп-шаярып торған, күңеле асыҡ, ауыҙы йырыҡ кешеләр үҙҙәренә тарта ла. Улар янында рәхәт! Шуға ла шаяндарҙы яраталар. Улар менән күңел үҫә, ауырлыҡтар онотола.

Көлкө көнөндә генә түгел, мөмкин тиклем күберәк тормоштоң матур, яҡты яҡтарын күрә белеп, көлөр урында көлөп (ҡайһы саҡ хатта илар урында ла көлөп), ихлас йәшәй беләйек. 
 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: