-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Апрель , 08:00

Төндә уянғанда ниндәй доға уҡырға?

Әгәр кеше төндә уянып, ошо һүҙҙәрҙе әйтә торған булһа, уның гонаһтары кисерелер, әгәр ҙә ул Аллаһҡа [ниндәй ҙә бер] башҡа доға арҡылы ялбарһа, уның доғаһына яуап бирелер, әгәр ҙә ул тәһәрәт алып, намаҙ уҡыһа, намаҙы ҡабул булыр (әл-Бохари йыйынтығына ингән хәҙискә ярашлы).

Төндә уянғанда ниндәй доға уҡырға?
Төндә уянғанда ниндәй доға уҡырға?

Уҡылышы:
«Ләә иләәһә илләл-лааһу үә́хдәһүү ләә шәриикә ләһ, ләһүл-мү́лкү үә ләһүл-хә́мдү, үә һү́уә ғәләә кү́лли шә́йьин ҡадиир.
Сүбхәәнал-лааһи үәл-хә́мдү лил-ләәһи үә ләә иләәһә илләл-лааһу үәл-лааһү ә́кбәр, үә ләә хә́үлә үә ләә ҡү́ууәтә илләә бил-лә́һил-ғәли́ййил-ғәҙыиим, Ра́бби-ғфир лии».

Мәғәнәһе:
«Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡлы илаһ юҡ. Ул ‒ Яңғыҙ, Уның тиңдәше юҡ. Бөтөн хакимлыҡ ‒ Уныҡы, йәнә барлыҡ маҡтау Уға ғына, һәм Уның көс-ҡөҙрәте барлыҡ нәмәгә тулыһынса етә. Аллаһ кәмселектәрҙән Пак. Бөтөн маҡтауға Аллаһ ҡына лайыҡ. Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡлы илаһ юҡ. Аллаһ Бөйөк. Юғары һәм Оло Аллаһтан башҡа һис кемдә көс тә, ҡеүәт тә юҡ. Раббым, мине кисерә күр!»

«Мосолмандың ҡәлғәһе» китабынан.

Фото: https://vk.com/ufa_barakat

Автор:
Читайте нас: