+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Апрель , 10:30

Тәрбиә

Был төшөнсә аҫтына бик күп ғәҙәттәрҙе индерергә булалыр. Мәҫәлән, тейешле урынға ваҡытында килеү – һуңламау. Башҡаларҙың һине көтөп ваҡытын сарыф итеүенә юл ҡуймау. Өҫтәл артында, ашағанда, аҙыҡ-түлек ҡулланғандағы этикет тәртиптәрен тотоу. Кеше менән һөйләшә белеү, уның йөҙөн йыртмау, етешҙелектәрен бәреп әйтмәү, унан көлмәү, кәмһетмәү, тупаҫ һүҙҙәр ҡулланмау. Һөйләшә белмәү, моғайын, иң таралған тәрбиәһеҙлек билгеһелер. 

Тәрбиә
Тәрбиә

Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар араһында күҙәтергә була быны. “Һимергәнһең, ябыҡһың, нишләп буянмағанһың, был күлдәкте шунсаға алдыңмы, миндәге матурыраҡ, яҡшыраҡ, уңайлыраҡ һәм башҡалар” тигәнерәкте улар бер-береһенә башҡалар алдында ташлаусан. Теләктәшлек артына йәшерелгән тупһыҙлыҡ был, үҙен тәрбиәлемен тип иҫәпләгән кеше ундайҙы әйтмәй.
Тәрбиәле булыу ул һүҙҙе, вәғәҙәне, әйтелгәнде тота белеү. Үҙең биргәнде лә, башҡаларҙан алғанды ла. Серҙе һатмау. Кеше хәлен ғәйбәт итеп һөйләмәү.

Фото: kpfu.ru

Автор:
Читайте нас: