10 литр һыуға 2 аш ҡалағы нишатыр спирты һәм 1 аш ҡалағы кер йыуыу порошогы һалына. Ошо шыйыҡсаны кеблә төшкән үҫемлектәргә һиптереп сығығыҙ.
Спиртлы эсемлек, кока-коланы пульверизатор менән һиптереп сығыу ҙа кебләне юҡ итергә ярҙам итә.
200-300 грамм көлгә 5 литр ҡайнар һыу ҡойоғоҙ ҙа һыуынғас, һөҙөп алып, 20 грамм кер һабынын ҡушып болғатығыҙ. Был шыйыҡсаны кеблә төшкән үҫемлектәргә һиптереп сығыу бик яҡшы һөҙөмтә бирә.
Мәғлүмәт һәм фото: hakmar.ru