+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Май , 14:00

Балаҫты нисек таҙартырға?

Нашатыр спирты балаҫтағы насар еҫтәрҙе лә, таптарҙы ла бөтөрә.Биш литр һыуға өс аш ҡалағы кер порошогы, бер аш ҡалағы нашатыр спирты һалабыҙ ҙа, шыйыҡсаға щетканы манып, бысраҡ балаҫ өҫтөн һыпырабыҙ. Һуңынан сепрәк менән һәйбәтләп ышҡып ҡоротабыҙ.

Балаҫты нисек таҙартырға?
Балаҫты нисек таҙартырға?
Таптарҙы бөтөрөү өсөн сода ла ҡулай әйбер. Сода эретелгән һыуҙы һиптергес менән һибеп сығабыҙ һәм сепрәк менән ышҡыйбыҙ.
Аш һеркәһе лә балаҫтағы таплы урындарҙы яҡшы таҙарта һәм еҫте ала. 4/1 стакан аш һеркәһен 1 стакан йылымыс һыуға һалырға һәм бысраҡ урынды йыуырға.
Өйҙәге бесәйегеҙ «эш боҙорға» яратһа, был ысул иң ҡулайы.
 
Фото: https://vk.com/bashkortvk?w=wall-33711741_43268
 
Автор:
Читайте нас: