+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Июнь , 16:30

ЫШАНЫС

– Һин тылсымға ышанаһыңмы? – тип һорай Тормош бер кешенән. – Юҡ, – тип яуаплай татлы ашамлыҡтар һатыусы. – Уға тик балалар ғына ышана. – Ә мәңгелек мөхәббәт барлығына? – Юҡ, – тип яуаплай кеше. – Мөхәббәт донъяла юҡ ул. Беҙҙе тик химия ғына берләштерә, 3 йылдан һуң уның тәьҫире юғала. – Хыялға ышанаһыңмы? – Юҡ, сөнки алйоттар ғына хыяллана. – Яҡшылыҡҡа ышанаһыңдыр бит? – Юҡ, кешеләр бөтәһе лә яман уйлылар. – Ә нимәгә ышанаһың һуң һин?

ЫШАНЫС
ЫШАНЫС
– Шуныһын яҡшы беләм: атай-әсәйҙәр үҙҙәренең балаларына тәмлекәстәр алырға аҡса бирмәй. Шунлыҡтан мин тауарымды тейешенсә һата алмайым, минең яҡшы итеп йәшәргә мөмкинлегем ҡалмай.
– Ә һин теләккә ышанаһыңмы?
– Ышанам, ләкин минең бер теләгем дә тормошҡа ашмай...
– Бахыр, – тип яуап ҡайтара Тормош, – һинең менән бер ҡасан да мөғжизә булмаясаҡ. Мәңгелек мөхәббәтеңде осратмаясаҡһың, хыялдарың тормошҡа ашмаясаҡ, кешеләрҙән бер ҡасан да изгелек күрмәйәсәкһең һәм теләктәрең дә үтәлмәйәсәк.
– Ни өсөн? – тип ҡысҡыра һатыусы.
– Сөнки тормошта нимәгәлер ышанырға кәрәк. Ышаныс – ул мөмкинлек. Мөмкинлек беҙгә йүнәлеш күрһәтә. Йүнәлеш беҙгә юлдар аса. Тормош юлдары – теләктәрҙең ғәмәлгә ашыуына килтерә.
ЫШАНЫС МЕНӘН ЙӘШӘЙЕК!
 
Фото: ananasposter.ru
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: