-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Июнь , 18:00

Ҡыярҙы үҙемсә үҫтерәм

Мин ныҡ ялҡау баҡсасы, теплицам да юҡ. Ҡыярҙы асыҡ һауаға ғына сәсәм. Бының өсөн башта тиҙәкте, компосты өйөп, өҫтөнә тупраҡ һалып, бейек итеп түтәл яһап ҡараным. Махсус рәүештә бәләкәй генә теплица ла яһап сәстем, ҡыярҙарҙы вертикаль буйынса тартылған бауҙарға үрмәләтеп тә үҫтереп ҡараным. Былар барыһы ла өлкән кеше өсөн ҡатмарлы, шуға ла эште ябайлаштырып, элеккесә сәсеүгә күстем. Ҡыярҙы ябай ғына түтәлдә үҫтерәм.

Ҡыярҙы үҙемсә үҫтерәм
Ҡыярҙы үҙемсә үҫтерәм

Беҙҙең төбәктең климатын иҫәпкә алып, белгестәр уңыш булһын өсөн бер нисә сортты сәсергә кәңәш итәләр, береһе уңмаһа, икенсеһе уңыр, тигән маҡсаттан сығып эшләнә был. Асыҡ грунт өсөн партенокарпик гибридтар ҙа, шулай уҡ бал ҡорто ярҙамында һеркәләнгән сорттар ҙа бара. Тәүгеләре ышаныслыраҡ, сөнки улар өҫтәмә һеркәләндереүһеҙ ҙә уңыш бирә. Шулай ҙа бал ҡорттары ярҙамында һеркәләнгән ҡыярҙар тәмлерәк, улар тоҙлау өсөн дә ҡулайлыраҡ. Урал климаты өсөн иң билдәле сорттар түбәндәгеләр: "Муромский 36", "Изящный", "Алтайский ранний 166", "Конкурент", "Водолей", "Неженский". Уларҙы тоҙларға ла була.
Шулай ҙа мин күптән 2 сортты ғына сәсәм. "Апрельский F1" менән "Зозуля F1", улар икеһе лә гибрид сорт, уңышты яҡшы бирә. Яҙын ҡыяр сәсә торған урынды көҙҙән әҙерләйем. Томат, һуған, кәбеҫтә үҫкән урын ҡулайлы. Ҡарбуз, ҡабаҡ кеүек культураларҙан һуң ул урынға ҡыяр сәсергә ярамай. 1 м киңлегендә, 5 м оҙонлоғондағы түтәлгә 1 биҙрә янған тиреҫ, 1-2 биҙрә компост, 5 биҙрәгә тиклем ҡом һалам. Ҡом тупраҡты еңеләйтә, ҡыяр тап шундай ерҙе ярата ла инде. Түтәлде көҙ ҡаҙмайбыҙ, шул килеш ҡалдырабыҙ. Майҙың башында ҡаҙабыҙ. Был түтәлдең бер яғына редис, салат түтәле урынлаша, икенсе яғына иртә өлгөрә торған картуф сәсәм. Июнь - июль башында был ике түтәл дә бушай, тимәк, ҡыярға йәйелеп үҫеү өсөн урын буласаҡ.
Майҙың 15-20-ләрендә ҡыяр орлоҡтарын сәсәм. Уны алдан шыттырмайым да, һыуҙа ла тотмайым. Бер-береһенән 10-20 см аралыҡ ҡалдырам. Ҡояшта йылынған һыуҙы һибәм. Металл дуғалар ҡуйып, түтәлде һыуыҡтан һаҡлап тороусы материал менән тарттырып ҡуям. Ҡыяр сәселгән буйҙың ике яғынан 1,5 - 2 м ҡалдырып, кукуруз сәсәм. Ул ҡыярҙы елдәрҙән, ҡояштан һаҡлап тора, яҡшы микроклимат булдыра. Ҡыяр уға үрмәләп тә үҫәсәк.
2-3 япраҡ сыҡҡас, ҡыуаҡтар араһында 50-60 см ҡалырлыҡ итеп һирәкләтәм. Йышыраҡ булмаһын, ҡыяр йәй былай ҙа ныҡ итеп үҫеп китә. Июндең 20-ләренә тиклем төнгөлөккә ябам. Көндөҙ япманы алып торам.
Ике тапҡыр ашлайым. Май аҙағында-июнь башында ҡыярҙың 2-3 япрағы барлыҡҡа килгәс һәм июль башында. Матур итеп ямғыр яуып үткәндән һуң ашлаһағыҙ, бигерәк яҡшы. Ямғыр юҡ икән, һыу һибеп, 2 сәғәт үткәндән һуң ашлағыҙ. Ашлама өсөн 10-12 л биҙрәгә 1:10, 1:15 нисбәтендә тауыҡ тиҙәген һыу менән болғарға һәм шунда уҡ ҡойорға, шул саҡта азот юғалмай. Бер түтәлгә 1 биҙрә ашлама.
Һыуҙы йыш ҡоябыҙ, ул йылы булһын, башта утаһағыҙ, аҙаҡтан сүп үләндәренә иғтибар итмәһәгеҙ ҙә була. Бер түтәлдән яҡынса 8 биҙрә ҡыяр алып була, бер биҙрәгә 7-8 кг ҡыяр һыйһа, иң әҙендә лә 50 кг уңыш була. Мәлендә туйғансы ашарға ла, тоҙларға ла етә.

Әлфирә ҒҮМӘРОВА.

https://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=6177

Автор:
Читайте нас: