-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Июнь , 17:20

Нисек дуҫтар табырға?

Бер бәләкәй ҡыҙ ауылға килгән дә урамға сығып, бойоғоп тора икән. – Миңә бик күңелһеҙ. Нисек дуҫтар табайым? – тип һораған атаһынан.– Һинең эргә-тирәңдә буласаҡ дуҫтарың күп ул. Иғтибарлыраҡ ҡара әле, – тип өйрәткән атаһы.

Нисек дуҫтар табырға?
Нисек дуҫтар табырға?
Ҡыҙыҡай телгеләй ҡараған, былай ҡараған, бер кешене лә күрмәгәс, арыраҡ киткән. Һәм күрә: ҡырҙа бер ҡолонсаҡ саба. Был ҡыҙ уның янына яҡынлашыуы була, шуҡ ҡолонсаҡ тағы ла нығыраҡ һикерәңләп, яландың икенсе башына саба.
Шул мәл яҡындағы ҡыуаҡ төбөнән ҡуян килеп сыға. Ҡыҙыҡай уны ла тота алмай ҡала. Бер күгәрсен, ана ҡунам, бына ҡунам, тип эргәлә генә осҡолай, әммә ҡыҙҙан тоттормай.
Ахырҙа ҡыҙсыҡ сәскә өҫтөндә ултырған “ҡояш апай”ҙы (ҡамҡа) тотоп, бармағына ултырта.
– Ебәрсе мине, – тип үтенә уныһы.
– Юҡ, ебәрмәйем, әйҙә, дуҫлашайыҡ, юҡһа, береһе лә минең менән уйнарға теләмәй, – тип ныҡыша ҡыҙ.
– Аңлашыла-а, – тип һуҙа “ҡояш апай”. – Дуҫтарҙы нисек табырға өйрәтәйемме һиңә?
– Өйрәт! – ти ҡыҙыҡай.
– Анау йәшле үләнде өҙөп ал да ҡолонсаҡты саҡыр, юртып килер. Бая ҡуян сығып һыпыртҡан ҡыуаҡ төбөнә кишер һал, оҙонғолаҡ рәхмәт әйтер, дуҫлашырһығыҙ. Күгәрсенгә бойҙай һип, һиңә йырын йырлар, үҙе ҡулыңа уҡ килеп ҡуныр. Дуҫтар табыуы ҡыйын түгел ул. Кешеләр араһында ла, хайуандар араһында ла һинең менән дуҫлашырҙайҙары күп булыр. Тик тәүҙә улар өсөн дә нимәлер эшләргә кәрәк. Йә матур йылмайырға, йә һыйларға, йә ярҙам итергә... Ә мин һинең ҡулыңда йылындым инде, артабан осҡом килә.
Бәхетле ҡыҙыҡай шулай “ҡояш апай”ҙы осороп ебәргән.
Ә һеҙ дуҫтарығыҙҙы нисек таптығыҙ?
 
А. АКБУЛАТОВА.
Фото: co.pinterest.com
Автор:
Читайте нас: