+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Июнь , 12:00

Ҡырмыҫҡанан нисек ҡотолорға?

- Бер килограмм тоҙҙо өс литр һыуҙа иретергә һәм түтәлдәргә һибергә. Әммә был ысулды йыш ҡулланырға ярамай. Йәшелсәләргә зыянлы.

Ҡырмыҫҡанан нисек ҡотолорға?
Ҡырмыҫҡанан нисек ҡотолорға?

- Ҡырмыҫҡаны юҡ итергә аш һеркәһе лә ярҙам итә. Бер литр аш һеркәһен өс литр һыуға ҡойоп, ояларына һибәһең. Лимон кислотаһын иҙеп һалырға ла була.

- Көнбағыш майы ла – ҡырмыҫҡаның дошманы. Әммә шешәләге майҙы ағыҙып ҡына бөжәктән ҡотолоу мөмкин түгел. Янған майҙы һипһәң генә юҡҡа сығасаҡ.

- Бензин йәки кәрәсин һибеү ҙә файҙаға ғына. Уларҙы һыу менән ҡатнаштырырға кәрәкмәй.

- Манный, тары ярмаһы, бор кислотаһын да ҡырмыҫҡа яратмай.

- Көл һибеү ҙә – ҡоротҡосто юҡ итеүҙең бер сараһы.

Фото: prusakam.net

Автор:
Читайте нас: