+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Июнь , 14:15

Сабырлыҡ хаҡында...

Сабырлыҡ ул – Аллаһы тәғәлә биргән ҙур ниғмәт.Әҙәм балаһы донъяға рәхәт тормош өсөн генә килмәй. Яҙмыш уны төрлөсә һынап тора: кемдер сирләй, кемдер балаһын юғалта, кемдер эшһеҙлектән тилмерә, кемдер бер һыныҡ икмәккә лә мохтаж... Әммә Аллаһы Тәғәләнең әлеге һынауын бөтә кеше лә бер төрлө ҡабул итмәй. Араларында, һынауҙарға бирешеп, эсеүгә һабышыусылар ҙа, үҙенә ҡул һалыусылар ҙа осрай. Ә икенселәр, Аллаһының тәҡъдиренә буйһоноп, уны түҙемле һәм сабыр ғына үткәрергә тырыша.

Сабырлыҡ хаҡында...
Сабырлыҡ хаҡында...

Тормошта һинең менән ниндәй генә хәл була ҡалһа ла, сабыр ҡанаттарың һындырмайынса, алға таба йәшәргә үҙеңдә көс табыр өсөн нимә эшләргә кәрәк?
– Был доньяла беҙҙең менән ниндәй генә хәл булһа ла, һөйөнөсмө ул, ҡайғымы, уларҙың һәр ҡайһы беҙҙе һынар өсөн бирелгән. Шуның менән беҙ был фани донъяла имтихан тотабыҙ. Бындай ваҡытта иң беренсе сиратта Аллаһыны иҫкә төшөрөп, уның ризалығын уйлап, шатлыҡ вакытында шөкөр, ҡайғы ваҡытында сабыр итә белергә тейешбеҙ. Сабырлыҡ үрнәге булып, беренсе сиратта, пәйгамбәребеҙ Мөхәммәд галәйһиссәләмдең яҙмышы тора. Аллаһы Тәғәлә уға ниндәй генә һынауҙар ебәрһә лә, ул уларҙы күтәрә белә, һуңынан иһә Аллаһының рәхмәтенә ирешә.
Сабырлыҡ ул – Аллаһы Тәғәлә биргән ҙур ниғмәт. Был тормошта ҡайғы-хәсрәтһеҙ генә йәшәп булмай. Берәй хәл булып уның өсөн ҡайғырып, бер нимә лә эшләй алмайбыҙ. Шуға ла беҙ тәҡдиребеҙгә Аллаһы Тәғәлә яҙғанды күрмәй китмәйәсәгебеҙҙе аңларға һәм уларҙы сабырлыҡ менән үткәрергә тейешбеҙ.
Сабырлыкты икенсе төрлө аттың югәне итеп күҙ алдына килтерергә була. Аттың югәне булмайынса, беҙ уны ҡамсылап ебәрһәк, ул әллә ҡайҙа сабып китә, тыңламай, вата-емерә. Ә югәне булһа, уны кәрәк ваҡытта туҡтатабыҙ, кәрәк икән алға әйҙәйбеҙ, барыуҙан тыйып тора алабыҙ. Сабырлыҡты ла Аллаһы Тәғәлә үҙ-үҙебеҙҙе тыйып торор өсөн биргән.

Автор:
Читайте нас: