+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Июнь , 10:00

ҠАРЛУҒАСТЫҢ ҠОЙРОҒО НИҢӘ АЙЫРЫ?

Борон, туфан ҡалҡып, донъяны һыу баҫа башлағас, Нух бәйғәмбәр ҙур бер кәмә төҙөй, уның эсенә һәр бер йәп эйәһенән берәр пар зат ултыртҡан. Шунда сысҡан да булған. Кәмәне кимерә икән, ти, был. Кимерә торғас, кәмәнең төбөн тишкән, йылан быны күргән дә, үҙенең башын аша тығып, тишекте ҡаплаған.

ҠАРЛУҒАСТЫҢ ҠОЙРОҒО НИҢӘ АЙЫРЫ?
ҠАРЛУҒАСТЫҢ ҠОЙРОҒО НИҢӘ АЙЫРЫ?

Нух бәйғәмбәр йыланды ашатыр өсөн бик тәмле аҙыҡ әҙерләтергә уйлаған. «Ниндәй йән эйәһенең ҡаны иң тәмлеһе икән, шуны бел», — тип, серәкәйҙе осороп ебәргән. Серәкәй осоп йөрөп, бөтә йән эйәләренең ҡанын тәмләп йөрөй икән. «Кеше ҡаны иң тәмлеһе», — тип уйлап, бәйғәмбәр янына осоп килә.

Нух бәйғәмбәр:

— Ни нәмәнең ҡаны тәмле? — тип һорай.

Ҡарлуғас әҙәмде йәлләп, серәкәйҙең телен өҙгән. Шуға ла серәкәй безелдәп йөрөй. Йылан шул арала ҡарлуғастың ҡойроғон өҙөп ҡалған. Шуға асалы йөрөй ҡарлуғас.

"Башҡорт халыҡ ижады", II том, Өфө, 1997.

Автор:
Читайте нас: