+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Июнь , 08:00

Донъялағы иң беренсе гонаһ – ул көнсөллөк

Көнсөллөк мөнәсәбәт өҙөлөүенә, дошманлашыуға, бер-береңде күрә алмауға, ғәйбәт һөйләүгә, зыян ҡылыуға, хатта үлтереүгә алып барыуы ихтимал. Хөсөтлөк хатта яҡын туғандарҙы ла айыра, бөтөнләй көфөрлөккә сығара. Күктә лә, ерҙә лә иң беренсе ҡылынған гонаһ шулай уҡ көнсөллөк менән бәйле. Был донъяла бөтә әҙәмде лә ҡәнәғәтләндереп була. Тик көнсөлдәргә генә бер ваҡытта бер нәмә лә етмәйәсәк, доғалары ла Аллаһы Тәғәлә тарафынан ҡабул ителмәйәсәк, сөнки ҡылғандары тик яуызлыҡ. Шуға күрә изге ғәмәл йыйыр урынға улар тик гонаһ туплап йөрөй. Кешенең ниғмәттәре юҡҡа сығыуын теләгән кеүек, хөсөт йәндәрҙең Ҡиямәт көнөндә булған бөтә әжер-сауаптары ла юҡҡа сығасаҡ. 

Донъялағы иң беренсе гонаһ – ул көнсөллөк
Донъялағы иң беренсе гонаһ – ул көнсөллөк

Мөхәммәт (с.ғ.с): “Байлығы булмаған кеше Ҡиямәт көнөндә намаҙ, ураҙа, зәҡәт менән һәм шул уҡ ваҡытта кемделер әрләгән, кемгәлер яла яҡҡан йәки башҡа төрлө гонаһтары менән дә киләсәк. Уның барлыҡ изгелектәре зыян күргәндәргә бүлеп биреләсәк. Әгәр ҙә әжер-сауаптары әҙәм хаҡтарын ҡайтарғансы бөтһә, тимәк, уларҙың гонаһтары ла көнсөл кешегә күсәсәк һәм һуңынан ул йәһәннәмгә атыласаҡ”, – тип әйтә. Мин-минлек, дан артынан ҡыуыу һөҙөмтәһендә бәндәнең зиһене зәғиф­ләнә, рухына кәмселек килә. Шуға ла Мөхәммәт (с.ғ.с): “Көнсөллөктән һаҡлана күрегеҙ. Ут утынды ашаған кеүек, көнсөллөк тә эшләгән изгелектәрҙе, сауаптарҙы ашайҙыр”, – тигән. Бынан тыш көнсөл кеше үҙен дә эстән яндыра һәм күңел тыныслығын юғалта, донъяның матурлығын күреүҙән ҡолаҡ ҡаға.

Ни өсөн кешеләр бер-береһенән көнләшә?
1.Дошманлыҡ һәм нәфрәт. Был көнсөллөктөң иң ҙур сәбәбе. Бер кешенең икенсеһен ҡыйырһытыуы, насарлыҡ ҡылыуы асыу, нәфрәт уята, ә ул, үҙ сиратында, үс алыуҙы талап итә. Әгәр ҙә ниәт тормошҡа ашмаһа, ул көнләшеү хисенә әйләнеп китеүе ихтимал.
2. Үҙеңде башҡаларҙан өҫтөн күреү. Үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуйған берәү янында “мин-минлек” менән ауырыған, унан ғилеме, байлығы, дәрәжәһе, эш урыны менән юғарыраҡ тороусыны күрә алмай.
3. Кешеләр менән идара итеүҙе яратыу. Хакимлыҡ итергә яратыусы эргәһендә берәйһен көндәш күрһә, ул мотлаҡ көнсөллөк ҡолона әүереләсәк.
4. Аллаһы Тәғәлә тарафынан башҡа кешегә ниғмәт бирелеүен теләмәү. Ҡайһы бер кеше идара итеүҙе лә яратмай, кемгә булһа ла нәфрәт хисе лә һаҡламай, әммә йәне һаран булыу сәбәпле, башҡаларға ниғмәт теләмәй. Аллаһ Тәғәлә: “Кем дә кем йәненең һаранлығынан һаҡлана, шул кеше уңышҡа ирешеүселәрҙән булыр”, – тип әйтә.

Бөгөнгө көндә һәммәбеҙгә лә донъя байлығы артынан түгел, ә хәйерле эштәр ҡылыуҙа ярышыу, Аллаһтың тәҡдиренә риза булып, уның рәхмәтенә ирешеү, йәннәткә инеүсе ғәмәлдәр эшләү зарур.

«ӘЛ-ФӘЛӘҠ» СҮРӘҺЕ
Бисмилләәһи-ррахмәәни-рраххиим! Ҡуль әғүүҙү бираббил-фәләҡ. Миң шәрри мәә халәҡ. Үә миң шәрри ғаасиҡин иҙәә үәҡаб. Үә миң шәрриннәффәәҫәәти фил-ғүҡәд. Үә миң шәрри хәәсидин иҙәә хәсәд.
Мәғәнәһе: «Әйт: «Таң Раббыһына һыйынам, Ул барлыҡҡа килтергәндең яуызлығынан, ҡараңғылыҡты ҡаплаған ваҡыттағы яуызлығынан, төйөндәргә өрөүсе ҡатындарҙың яуызлығынан, хөсөттөң хөсөтләшкән ваҡыттағы яуызлығынан!»

 

Автор:
Читайте нас: