+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Июль , 14:45

Бәхетле ҡатын булыу серҙәре:

*Батшабикә булғың килһә, иреңде батша тип хис ит. Уны тыңларға өйрән.*Ир алдынан йүгереп барма. Ғаилә башлығы итеп күр уны. Мөһим мәсьәләләрҙе ир кеше хәл итһен.*Иреңде эштән яҡты йөҙ менән таҙа һәм ыҫпай кейемдә ҡаршы ал. Матур ҡатын алдында ирҙәр батырыраҡ, ихтирамлыраҡ, йомартыраҡ булып китә.

Бәхетле ҡатын булыу серҙәре:
Бәхетле ҡатын булыу серҙәре:

*Ғауға ҡуптарыу, сәбәләнеү, үсегеү - йәмһеҙ күренештәр. Ҡатын-ҡыҙ тыныс һәм сабыр булһа, ир ҙә бушҡа янъял ҡуптармаҫ.
*Иреңдән тиҙерәк ҡотолғоң килһә ашат та диванға һал, тигән әйтем бар. Ирегеҙ яратмаған йә уның организмына ярамаған аҙыҡтар әҙерләмәгеҙ. Һеҙҙең маҡсат - ирҙең ашҡаҙанын нимә менән булһа ла тултырыу түгел. Нәзәкәтле һәм файҙалы блюдолар әҙерләгеҙ.
*Гел генә ирҙән бүләк һәм сюрприз көтөп ятырға кәрәкмәй. Күп ирҙәрҙә ундай ғәҙәт юҡ. Ҡатын-ҡыҙ үҙе өлгө булып торорға тейеш. Яйлап шунан ир ҙә өйрәнәсәк иғтибарлы булырға.
*Ҡатын - ирҙең ғорурлығы. Ирегеҙҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәгеҙ, бигерәк тә уның дуҫтары алдында.
*Ирҙең тормошон еңеләйтер урынға, ҡатмарлаштырып торған ҡатынға хөрмәт булмаҫ.
*Эштән арып ҡайтҡан иргә ғаилә проблемаларын һөйләү кире һөҙөмтә генә бирәсәк. Уңайлы ваҡытты көтөгөҙ.
*Үҙ ирегеҙҙе кешенеке менән сағыштырмағыҙ. Ул - һеҙ үҙегеҙ һайлап алған тормош юлдашы.
*Ирҙең етешһеҙлектәрен кеше алдында тикшермәгеҙ. Үҙенә генә йомшаҡ итеп еткерегеҙ.
*Кәрәк саҡта дуҫ та, һөйәркә лә, әсәй ҙә булығыҙ ирегеҙгә. Улар йәлләгәнде, маҡтағанды, һөйгәнде, башынан һыйпағанды ярата. Ирегеҙ һеҙгә ҡарата йомшаҡ булһын тиһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә йомшаҡ булығыҙ.
*Өй һәр ваҡыт таҙа, ашарға һәр ваҡыт бешкән, ҡатын һәр ваҡыт бөхтә һәм яғымлы булһа, ир ҙә ҡәнәғәт һәм бәхетле тойор үҙен. Ҡайтырға атлығып торор.
*Иреңдең туғандарын хөрмәт ит. Бер ҡасан да улар тураһында ғәйбәт йә насар һүҙҙәр һөйләмә.

Фото: dzen.ru

Автор:
Читайте нас: