+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Июль , 12:00

Коко Шанель

Танылған француз модельеры, “Chanel” мода маркаһына нигеҙ һалыусы. Шанель мәңгелек классиканы барлыҡҡа килтереп, буласаҡ модельерҙар өсөн юғары планка ҡуйған. Ул стереотипты емереүҙә һәм ҡатын-ҡыҙҙы “корсет силуэтыан” азат итеүҙә, шулай уҡ спорт кейеменең көндәлек тормошта ҡабул ителеүендә генә түгел, ә уны модалы итеп күрһәтеүҙә мөһим роль уйнай.

Коко Шанель
Коко Шанель

Уның ғәҙәттән тыш стиль хисе кутюр кейемдәре менән генә сикләнмәй, шулай уҡ хушбуйҙар, сумка һәм биҙәнеү әйберҙәрендә лә сағыла. Ул мәжлестәр яратҡан, кеше менән аралашҡан, элемтәләр урынлаштырған һәм бизнес алып барғандар менән тығыҙ бәйләнештә булған. Шанель амбициялы, тәүәккәл һәм тырыш ҡатын-ҡыҙ булған, тырышлығы уның ижадында асыҡ сағыла.

Ул күберәк сер булып күренә белгән һәм күп осраҡта үҙенең ысын йәшен һәм тыуған урынын  бер ваҡытта ла әйтмәгән. “Мода китә, стиль ҡала” тигән әйтем дә уныҡы. Был уның ниндәй легендар стиль һәм мода иконаһы булғанын күрһәтә.

Шанель үҙенең карьераһын эшләпә оҫтаһы булып башлай. 1912 йылда үҙенең кейем дизайнеры карьераһын Францияның диңгеҙ буйындағы Довиль ҡалаһында эшләпә кибете асып башлай, тиҙ арала мода буйынса закондар сығарыусы булып китә һәм кейем етештереүгә ҡәҙәр киңәйә.

Фото: top15moscow.ru

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: