+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Июль , 12:00

"Юлымда ҡара бесәй осраны ла..."

Бала саҡтан һәр төрлө ырым-юрауҙарҙы, тыйыуҙарҙы йыш ишетеп үҫәбеҙ. Теләһәк-теләмәһәк тә, ҡайһы берҙәре аңыбыҙға һеңә, хатта, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, уларҙың "ҡоло"на әйләнеп китәбеҙ.

"Юлымда ҡара бесәй осраны ла..."
"Юлымда ҡара бесәй осраны ла..."
Ырым-юрауҙар, тыйыуҙар тормошобоҙҙа аҙым һайын тигәндәй осрап тора. Бында күп нәмә кешенең үҙенән тора. Мәҫәлән, “Ҡара бесәй юлды ҡыйһа, юл уңмай” тигән ырым бик киң таралған. Ошоға ҡарата бер танышымдың ҡарашын килтерәм: “Ҡара бесәйҙәр ҙә ҡайҙандыр йөрөргә тейеш бит”. Һәм был, ысынлап та, шулай. Бер түгел, өс ҡара бесәй осраһа ла, күңелегеҙгә һис ниндәй шик-шөбһә алмай, юлығыҙҙы артабан дауам итегеҙ. Юғиһә, минең бер танышым өйөнә кире боролоп инергә тура килһә лә, “көҙгөгә ҡарайым, йә өс йотом һыу эсәм, йә уң яҡ яурыным аша өстө төкөрәм”, ти.
 
“Эх, ҡара бесәй йәки буш биҙрәле кеше осраны, юлым уңмай инде”, тип уйлау – үҙе үк хәйерһеҙ эшкә сәбәпсе булыуы ихтимал. Һәм был осраҡта бер ниндәй ҡара бесәй ҙә, буш биҙрә лә түгел, ә һинең баштан уҡ үҙеңде уңышһыҙлыҡҡа көйләүең сәбәпсе.
 
Әгәр шулай ҡапыл күңелгә шик-шөбһә төшһә, нимә эшләргә һуң? Бынан арыу уҡ йылдар элек ошо турала һүҙ сыҡҡас, оло ғына йәштәге хәҙрәт шундай кәңәш биргәйне: “Ырымға ышанма, Хоҙайға ышан”. Ысынлап та, һәр ғәмәлебеҙҙе изгегә юрап башлаһаҡ, бер ниндәй ҡара бесәйҙәр ҙә уның уңышлы, һөҙөмтәле булырына ҡамасаулай алмаҫ.
 
Фото: nu-mathimo.eu
 
https://bashgazet.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/2020-03-28/yulymda-ara-bes-y-osrany-la-657833
Автор:
Читайте нас: