-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Август , 08:00

КИШЕРҘЕ НИСЕК ҺАҠЛАРҒА?

Күптәр ҡышҡылыҡҡа кишерҙе нисек һаҡларға тип баш вата ла башлағанығыҙмы? Бының ысулдары күп, ти баҡсасылар.

КИШЕРҘЕ НИСЕК ҺАҠЛАРҒА?
КИШЕРҘЕ НИСЕК ҺАҠЛАРҒА?
Мәҫәлән, электән өйрәнгәнсә, йәшниктәргә тултырып, ҡом менән күмгәндәр бар. Ҡырғыстан үткәреп, туңдырғысҡа ҡуябыҙ, тигәндәр ҙә күп.
Ә беҙ һеҙгә тағы бер ысул тәҡдим итмәксебеҙ. Ҡышҡа әҙерләгән кишерҙе яҡшылап йыуып, төптәрен ҡырҡып, сепрәккә һалып киптерәһең. Аҙаҡ целлофан тоҡсайҙарға һалып, һауа инмәҫлек итеп баштарын бәйләйһең дә, ҡағыҙ йәшниктәргә тултырып, баҙға ҡуяһың.
Әйтелгән кәңәште теүәл үтәһәгеҙ, ҡыш буйы яңы ҡаҙып алған кеүек кетерләп кенә торған кишер ашарһығыҙ. Шулай уҡ был йәшелсәне ҡырғыстан үткәрһәң, йә төрлөсә тураҡлаһаң, кәрәк ваҡытта алып файҙаланыу бик уңайлы булыр.
Автор:
Читайте нас: