+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Август , 14:15

Өйҙө төтәҫләп таҙартыу

Мөжәүир хәҙрәт төрлө сирҙән, сихыр, боҙом, ҡара уй, һоҡ, күҙ тейеү, тел-тештән өй эсен төтәҫләп таҙалау өсөн боланут (Иван чай) үләнен (һәм уға мәтрүшкә һәм артыш ҡушырға) ҡулланырға кәңәш биргән.

Өйҙө төтәҫләп таҙартыу
Өйҙө төтәҫләп таҙартыу

Төтәҫләр алдынан башта тәһәрәтләнегеҙ, доғалар уҡығыҙ. Еләҫ ерҙә киптерелгән артыш (можжевельник ), мәтрүшкә, хәҙрәт үләнен (боланут, иван чай) самалап алығыҙ. Шунан үләндәрҙе бер-бер артлы һауытҡа һалып ут ҡабыҙығыҙ. Иң беренсе артыш, мәтрүшкә, артабан хәҙрәт үләнен яндырығыҙ, аҙаҡ төтөнө менән өйҙө төтәҫләгеҙ. Ишектең һул яғынан башлағыҙ, сәғәт теле йөрөүе буйынса барығыҙ. Мөйөштө аҫтан өҫкә төтәҫләгеҙ. Үлән ҡайһы ерҙә шытырҙап яна, шул ерҙә төтөнлө һауытты оҙағыраҡ тоторға кәрәк. Изге әүлиәбеҙ ошолай итеп йылына бер-нисә тапҡыр өйҙө таҙалап торорға өйрәткән. Өйҙө һәм үҙегеҙҙе ошо рәүешле төтәҫләгәндән һуң, тормошоғоҙ ыңғайланыр, сәләмәтлегегеҙ арыуланып, үҙ-ара мөнәсәбәттәр яҡшырыр, юлдарығыҙ асылыр.

hakmar.ru

Автор:
Читайте нас: