-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Сентябрь 2024, 09:15

Ихласлыҡ көсө

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай: "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 959-се күҙәтеү. Бер магазинда промоутер булып эшләүсе башҡорт ҡатыны менән таныштым. Ул Өфөгә балалары артынан эйәреп ауылдан килгән. Ханым магазин янында тышта үтеп барыусыларға реклама ҡағыҙҙарын таратып тора. Мине һоҡландырғаны шул булды: ул барыһына ла: урыҫ, татар, мари, сыуаш һәм башҡа милләт кешеһе булһынмы, саф башҡортса өндәшә.   

Ихласлыҡ көсө
Ихласлыҡ көсө

Үҙе шундайын ихлас йәнле, эскерһеҙ, эсендәге тышында — һәр кем менән уртаҡ тел табып аралашып китә. Ҡыҫҡаһы, тыуған ауылында кешеләр менән нисек мөнәсәбәт ҡорһа — бында ла шулай.
Биш-ун минут янында торған арала унлаған кеше менән аралашып өлгөрҙө, шул арала уға кешеләрҙең береһе лә: "Аңламайым, урыҫса һөйлә", — тип әйткәнен ишетмәнем. Ҡатын уларға башҡортса өндәшә, тегеләр урыҫса, татарса яуап бирә. Баҡтиһәң, беҙҙе урамда барыһы ла, башҡортса һөйләшмәһәләр ҙә, аңлайҙар икән. Күрәһең, һуңғы йылдарҙа дәүләт теле булараҡ башҡорт телен мәктәптәрҙә уҡытыу ҙа эҙһеҙ үтмәйҙер. Әйтәйек, ун биш- егерме йыл элек ситуация бөтөнләй башҡасараҡ ине.
Ошоларҙан сығып шундай һығымта ла яһарға мөмкиндер. Һәр төрлө мөнәсәбәттә, ихласлыҡ булһа, барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы, уңайһыҙлыҡтарҙы еңеп булалыр.

Фото: bronk.club

Автор:
Читайте нас: