+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Сентябрь , 07:20

ҮҘҘӘРЕ КИЛМӘГӘС...

Бер ир сәсен рәтләтеү өсөн парикмахерға килгән. Һөйләшеп киткәндәр.Һүҙ Аллаһ Тәғәләгә барып терәлгәс, сәс алыусы:– Ә мин Уның барлығына ышанмайым, – тип белдергән.– Ниңә?– Бына әйтегеҙ әле: Аллаһ бар икән, ниңә ҡайғылы кешеләр, тәртипһеҙлек, ғәҙелһеҙлек шул ҡәҙәр күп? Ул ысынлап та булһа, зар-хәсрәткә юл ҡуйылмаҫ ине.

ҮҘҘӘРЕ КИЛМӘГӘС...
ҮҘҘӘРЕ КИЛМӘГӘС...

Ир уйға ҡалған, әммә бәхәскә инмәгән. Урамға сыҡҡас, уға сәс-башы туҙған, ҡырынмаған берәү осраған. Ҡарап тороуы имәнес, ти. Башына тиҙ арала бер уй килгән ир кире баяғы урынға ингән дә:
– Беләһегеҙме, беҙҙә парикмахерҙар юҡ ул! – тип белдергән.
– Нисек инде? Ә мин?..
– Әгәр парикмахерҙар булһа, арабыҙҙа сәс-башы туҙғандар йөрөмәҫ ине. Анау кеше кеүек...
– Һуң ул бит үҙе беҙгә килмәй...
– Шулай шул – эш тап шунда. Бәғзеләр үҙҙәре Аллаһҡа килмәй. Донъяла шуға ла аһ-зар, бәлә-хәсрәт бихисап..

Фото: k.com/ufa_barakat

Автор:
Читайте нас: