-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Сентябрь , 15:30

Ат һәм аҡыл

Бер батшаның баш бирмәҫ айғыры булған. Ул бер кемде лә яҡын ебәрмәгән, йүгән кейҙертмәгән. Иҫ киткес күркәм был атты ҡасан да булһа өйрәтергә бит инде. Батша, ахырҙа, айғырын йүгәнләй алған кешегә бүләк вәғәҙә иткән. Күптәр тырышып ҡараған. Тик ат уларҙы йә тибеп осорған, йә кешнәүе менән үк ҡурҡытҡан. Бер көн килеп, малҡайҙы өйрәтергә теләүселәр һаны ла кәмегән һәм бөткән.

Ат һәм аҡыл
Ат һәм аҡыл
Һәм, ни ғәжәп, бер көндө батша бер ир-егеттең янында айғырының тыныс ҡына тороуын күргән. Ат хатта тегенең әмеренә лә буйһона, ти.
Батша йүгереп килеп һорағас, егет:
– Атҡа ҡаршы көрәшеүҙең уңышһыҙ икәнен аңланым да, уға ирек ҡуйҙым, әйҙә, башта туйғансы сапһын, азатлыҡты тойһон. Шунан ул арыны һәм тыңлаусан булды. Тап мәле етте һәм мин уны йүгәнләнем дә, – тигән.
Баҡһаң, беҙҙең аҡыл да шул баш бирмәҫ ат һымаҡ икән: ваҡыт һәм ғүмер ағышында бер туҡтауһыҙ ҡайҙалыр саба, ашыға, үҙебеҙгә буйһонмай. Күп осраҡта аҡылыбыҙ беҙҙең файҙаға эшләмәй. Тыйып та ҡарайбыҙ. Уға ҡаршылашҡан һайын, ул тыңлашмай. Беҙгә ни бары аҡылыбыҙҙы күҙәтеп, аңлап, уны ыңғай һәм дөрөҫ юлға йүнәлтергә генә ҡала икән...
 
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2021-06-13/at-m-a-yl-2364931
Автор:
Читайте нас: