1. Малдың бәрәкәте булһын өсөн.
«Эй, әҙәм балаһы, саҙаҡа бир. Һәм мин һинең малыңды арттырырмын», – тигән Аллаһы Тәғәлә ( Бохари әйткәндәрҙән).
2. Аллаһы Тәғәлә саҙаҡанан тау хасил итһен өсөн.
Әгәр ҙә ниндәйҙер бәләкәй генә яҡшы әйберҙе саҙаҡа итһәгеҙ, Аллаһы Тәғәлә быға тау тиклем саҙаҡа биргән сауабын бирер.
3. Фәрештәләр доға ҡылһын өсөн.
Һәр иртә ҡолдар йоҡонан торғас, ике фәрештә инер. Беренсеһе «Эй, Алла! Саҙаҡа биреүсенең малын арттыр!» – тиер. Икенсеһе: « Эй, Алла, был әҙәмдең малын кәмет», – тип әйтер.
4. Аллаһы Тәғәләнең асыуынан һаҡланыу өсөн.
«Саҙаҡа Аллаһы Тәғәләнең асыуын һүндерер» (Мөнзири).
5. Үҙеңде сирҙәрҙән һаҡлау өсөн.
«Үҙегеҙҙең ауырыуҙарығыҙҙы саҙаҡа менән дауалағыҙ» (Тирмизи әйткәндәрҙән).
6. Гонаһтарҙан ҡотолоу өсөн.
«Саҙаҡа гонаһтарҙы утты һүндергән кеүек һүндерә» (Тирмизи).
7. Ҡиәмәт көнөнә әҙерләнеү өсөн.
Хәйер Ҡиәмәт көнөндә күләгәле урын вәғәҙә итә.
8. Ҡәбер ғазабынан ҡотолоу өсөн.
9. Йәһәннәм утынан һаҡланыу өсөн.
«Үҙегеҙҙе һис юғында ярты финик ярҙамында уттан һаҡлағыҙ» (Бохари).
10. Әжер-сауапҡа ирешер өсөн.
11. Яман үлемдән һаҡланыу өсөн.
12. Монафиҡтар менән бергә булмаҫ өсөн.
(«Аллаға ышанмаусылар арҡаһында, намаҙҙы теләр-теләмәҫ уҡығанға күрә, уларҙың саҙаҡалары ҡабул булманы» («Тәүбә» 53,54).
13. Хоҙайҙың киҫәтеүенән, ғәйепләүенән һаҡланыу өсөн.
Ҡиәмәт көнөндә Алла: «Эй, әҙәм балаһы. Мин һине ризыҡландырырға һораным. Ә һин ашатманың», – тип һорар. Кеше: « Эй, Раббым, мин һине нисек ашатайым? Һин – үҙең ғаләмдәр хужаһы! – тиер. Алла: «Минең ҡоломдоң ризыҡ һорауын белмәнеңме ни? Әгәр ҙә һин уны ашатҡан булһаң, быны миндә табыр инең», – тине ( Мөслим).
15. Алла ҡаршыһындағы бурыстарҙың кисерелеүе өсөн.
«Бер кеше бурысҡа бирҙе һәм бурысты йыйыусыға: «Ҡыйын хәлдә ҡалыусыларҙың бурысын кисер, бәлки, Алла ла беҙҙе кисерер», – тип әйтте. Ул уны ғәфү итте һәм йәннәткә индерҙе (Бохари).
16. Кешенең күңелен йомшартыр өсөн.
Ҡаты бәғерлеләргә Мөхәммәт бәйғәмбәр: «Етемдең башын һыйпа һәм мохтажды ашат», – тигән.
17. Хоҙайҙың мөхәббәтенә ирешеү өсөн.
«Кешеләргә файҙалы булған кеше – Алла ҡаршыһында иң һөйөклө бәндә» ( Ибне-әбү- Донъя).
18. Йәннәткә саҙаҡа ҡапҡаһы аша инеү өсөн.
«Әгәр ҙә ул саҙаҡа биреүсе булһа, уны саҙаҡа ҡапҡаһы аша саҡырырҙар» (Бохари).
Был фани тормоштоң аҙағы бик тиҙ етә, Ахирәттә тормош мәңгелек. Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһына ҡайтасағыбыҙҙы онотмағыҙ! Ныҡлы иманыбыҙ, намаҙыбыҙ уның язаларынан һаҡлаһын, сауапҡа ирештерһен.