-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Сентябрь , 09:00

Иртәнсәк нимә эсәһегеҙ?

Күптәр, сәй, тип яуаплар, бәғзеләр, кофе, тиер. Һыу ғына эсеүселәр ҙә булыр. Ә бына үҙенсәлекле шифа-дауалар алырға яратҡан Тибет кешеләре ни эсә икән? Яуап бик ҡыҙыҡ.

Иртәнсәк нимә эсәһегеҙ?
Иртәнсәк нимә эсәһегеҙ?
Был яҡтарҙа ғүмерҙе оҙонайтыусы эсемлек, баҡһаң, эҫе һыу икән. Иртән ас ҡарынға эселә торғаны. Бер түгел ике стакан! Һәр бер стакан ғүмерҙе унар йылға оҙонайта!
Тибет мәғлүмәттәре буйынса ҡайнар һыу иртә менән организмға яйлап ҡына уянырға ярҙам итә. Ә һалҡын һыу эсһәң, ҡапыл ғына өшөтөүе ихтимал. Унан ашҡаҙан энергияһын һыуыҡ һыуҙы йылытыуға сарыф итә.
Йылы (ҡайнар) һыу иһә эсәклекте лә бик яҡшы таҙарта, токсиндар йәһәтерәк сыға башлай, ҡан йөрөшө көйләнә.
Бындай һыу ҡанды ла шыйығайта.
Эҫе һыу организмды эстән йәшәртә.
Үҙәк көйөүен бөтөрә.
Ябығырға ярҙам итә.
Артритты дауалай.
Битте таҙарта.
Гемоглобинды күтәрә.
Тик шуны белегеҙ: һыу таҙа булырға тейеш. Һис юғы ҡайнатылған. Тик +40 градустан юғары булмаһын.
Һыуҙы иртәнге ашҡа 30 минут самаһы алданыраҡ, әҙ-әҙләп, әкренләп эсергә.
Тәүһе һөҙөмтәләр бер аҙнанан (йә өс-дүрт көндән үк) һиҙелә лә башлаясаҡ, тип ышандыралар.
Иҫтә тотоғоҙ: гипертониктарға, йөрәк сирлеләргә эҫе һыу эсеүҙе һаҡ ҡына башларға кәңәш итәләр.
 
Фото: vk.com
Автор:
Читайте нас: