-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Октябрь , 18:45

Бәхет һинең үҙеңдән башлана

Рәнйеш һаҡлама күңелеңдә. Рәнйеткән кешегә бер нәмә лә булмаҫ, рәнйеш һаҡлаған – һаулығы ҡаҡшаған.Ҡояш менән бергә тор, бергә ят. Төндә эшләнгән эштең һөҙөмтәһе булмаҫ.Әйтерҙән алда уйла. Һүҙҙең тылсымы бар. Ауыҙҙан сыҡты ла бөттө түгел. Кире әйләнеп ҡайта ул.

Бәхет һинең үҙеңдән башлана
Бәхет һинең үҙеңдән башлана

Хәрәкәттә – бәрәкәт. Ҡояш ҡарап торғанда йоҡлау йә ятыу файҙаға килтермәҫ.

Һөйләр алдынан тыңла.

Көн дә бер булһа ла яҡшылыҡ эшлә. Кеше яҡшылығыңды күрмәһә лә, Хоҙай күрә.

Тәүҙә – эш, унан – уйын. Тормош уйын, кәйеф-сафа ҡороуҙан ғына тормай.

Һәр уңышһыҙлыҡты яҙмышҡа һылтама.

Аҡыллы күҙәтер, тыңлар, һығымта яһар. Йүләр белмәгәнен ҡысҡырып һөйләр, аҡыл өйрәтер.

Кешенең һәр әйткән һүҙен вәғәҙә тип ҡабул итмә.

Ата-әсәңде рәнйетмә. Улар ғәфү итер, әммә Хоҙай алдында гонаһлы булып ҡалыуың бар.

Аҡса һорағанға кәңәш бирмә, кәңәш һорағанға аҡса бирмә.

Бер көнөңдө йылмайыуға бүлеп ҡара. Үҙең күрерһең: тормошоң йәмләнер.

Ғәйеплеләрҙе эҙләмә. Кем нисек теләй – шулай йәшәй. Кеше оҡшамай икән – йыраҡ йөрө.

Кемдер һине бәхетле итер тип көтмә. Бәхет һинең үҙеңдән башлана.

Фото: stuff.mad-paint.ru

Автор:
Читайте нас: